Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Ноябрь 2021, 15:00

Колбаса һәм ҡатнаш аҙыҡ ҡурҡыныс тыуҙыра

Силәбе өлкәһенән һәм Мордва Республикаһынан килтерелгән продукция хәүефле булыуы ихтимал.

Колбаса һәм ҡатнаш аҙыҡ ҡурҡыныс тыуҙыра
Колбаса һәм ҡатнаш аҙыҡ ҡурҡыныс тыуҙыра

Был хаҡта "Россельхознадзор"ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы хәбәр итә. Ҡатнаш аҙыҡ Силәбе өлкәһендә етештерелгән, ә күршеләр сусҡаларҙың африка тағуны ауырыуы таралыу ихтималлығы көслө төбәктәр исемлегенә индерелгән. Ҡануниәт буйынса ла, ветеринар ҡағиҙәләргә ярашлы ла был төбәктәрҙән ҡатнаш аҙыҡ индереү тыйыла.

Айырыуса йылытып эшкәртмәйенсә продукцияны ҡулланырға ярамай. Был ауырыуҙың киң таралыуына сәбәпсе булыуы ихтимал.  

"Россельхознадзор" идаралығы инспекторҙары ете тонна ҡатнаш аҙыҡты “Агрорегион” ойошмаһы келәттәренән алған. Ул юҡ ителәсәк.

Үткән аҙнала Мордва Республикаһынан индерелгән колбасала сусҡаларҙың африка тағуны геномы табылған ине. Колбасаны Өфөнөң “Меркурий” баҙарына һатырға сығарғандар. Был продукция ла шулай уҡ тартып алынған һәм юҡ ителгән.

Мал аҙығы һатып алғанда ла, сусҡа итенән эшләнгән продукция алған осраҡта ла һатыусынан сертификат һорағыҙ.

Фото: "Россельхознадзор" идаралығынан алынды.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: