Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Ноябрь 2021, 20:00

Был үткәүел күптән кәрәк ине

Халыҡ көткән объект асылды: хәҙер Дуҫлыҡ монументынан Ағиҙел яры яғына сығыу бер ниндәй хәүеф тыуҙырмай. 

Был үткәүел күптән кәрәк ине
Был үткәүел күптән кәрәк ине

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров баш ҡалалағы Дуҫлыҡ монументынан Ағиҙел ярына алып сыҡҡан ер аҫты үткәүелен асыуҙа ҡатнашты.

Был төҙөлөш Ағиҙел ярын төҙөкләндереү эштәренә ярашлы алып барылды. Уның оҙонлоғо – 110 метр. Андрей Назаров билдәләүенсә, был урында йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнгән үткәүел күптән кәрәк ине, сөнки транспорт ағымы бик көслө. 

"Уны төҙөү ҡала өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Беренсенән, үткәүел яр буйына юлланған йәйәүлеләрҙең һәм велосипедсыларҙың хәрәкәт хәүефһеҙлеген тәьмин итә, икенсенән, юл хәрәкәтендә көсөргәнеште кәметеүгә өлгәштек. Йәйәүлеләргә лә, автомобиль йөрөтөүселәргә лә бик уңайлы", - тине Андрей Назаров.

Үткәүелдә күҙәтеү камералары, яҡтыртыу ҡорамалдары ҡуйылған, коляскала хәрәкәт итеүселәр өсөн айырым менеү-төшөү юлы эшләнгән. Туннелдең төп өлөшөндә һыу үлсәү узелы, йыйыштырыу ҡорамалдарын һаҡлау, насос һәм электр щиты бүлмәләре урынлашҡан. Ер аҫты үткәүеленән йылға яры буйына сыҡҡан урында быяла менән көпләнгән ҡарау майҙансығы йыһазландырылған.

Был үткәүел төҙөлөшө 2019 йылда башланып, 2020 йылда тамамланырға тейеш ине. Әммә эште башҡарыу ваҡытына бер аҙ үҙгәреш индерелде. Дуҫлыҡ монументы яғынан “Ҡала II” мәҙәни мираҫ объекты урынлашҡан. Ер ҡаҙыу эштәре барышында боронғо хайуандарҙың һөйәктәре, көнкүреш әйберҙәре табылған, шуға күрә археологик тикшеренеүҙәр уҙғарыу зарур булды. Ошоларға бәйле туннель өлөшөн төҙөү эштәре һуңыраҡ башланды.

Фото: pravitelstvorb.ru

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53665

 

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: