Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Ноябрь 2021, 18:30

Стәрлетамаҡта бәхәсле мәсьәләләр күп

Андрей Назаров ҡалаға сәфәре барышында ошо проблемаларҙың сәбәбен тикшерҙе.

Стәрлетамаҡта бәхәсле мәсьәләләр күп
Стәрлетамаҡта бәхәсле мәсьәләләр күп

Кисә Башҡортостандың Төҙөүселәр ассоциацияһы Стәрлетамаҡта күсмә ултырыш үткәрҙе. Унда Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров, профилле министрлыҡ-ведомстволар вәкилдәре, төҙөүсе, кредит ойошмалары етәкселәре ҡатнашты. Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районында торлаҡ төҙөлөшө күләмен арттырыу, проект финанслауы, ипотека кредитлауы мәсьәләләре тикшерелде.

Ултырышты асып, Андрей Назаров, муниципалитет менән төҙөүсе ойошмаларҙың артабан да инфраструктураны үҫтереү буйынса аныҡ планы булырға тейеш, шул иҫәптән ауыл биләмәләрен комплекслы тикшереп, баланслы үҫтереү буйынса ла, тине.

"Мәҫәлән, беҙ девелоперҙарҙы өҫтәмә ярҙам саралары менән дәртләндерергә әҙербеҙ. Әлеге ваҡытта кредит учреждениелары менән берлектә проект финанслауы һәм ипотека кредитлауы биреү тәртибен ябайлаштырыу, сроктарын ҡыҫҡартыу мәсьәләһен өйрәнәбеҙ", – тине Андрей Назаров.

Аралашыу ваҡытында шул асыҡланды: Стәрлетамаҡта планға ярашлы төҙөлөш күләмен үҫтереүгә ҡамасаулаған сәбәп булып инфраструктура менән тәьмин ителгән ер участкалары етмәүе тора. Проектлы финанслауға күсеү ҙә мөһим роль уйнаған. Төҙөүсе компаниялар менән банктарҙың үҙ-ара эш итеүе лә көтөлгәнсә ябай түгел. Быларҙан тыш, Стәрлетамаҡ авария хәлендәге һәм иҫке йорттарҙан күсереү программаһына ла эләкмәгән, был тәбиғи рәүештә яңы объекттар төҙөүгә ҡамасаулай. Стәрлетамаҡ районында иһә, киреһенсә, ер бар, әммә участкаларҙы кәрәкле инженер, транспорт һәм социаль инфраструктураға тоташтырыуға бәйле проблемалар бар. Территориаль планлаштырыу менән тәбиғи монополияларҙың инвестиция программалары синхронлаштырылмаған.

Премьер-министр Хөкүмәттең төҙөүсе компаниялар, шул иҫәптән торлаҡ хаҡтары ҙур ҡалаларҙыҡынан түбәнерәк булған локаль баҙарҙарҙа эшләүселәргә лә ярҙам итеү саралары тураһында хәтергә төшөрҙө.

Ярҙам саралары тураһында һөйләп, Андрей Назаров Стәрлетамаҡ хакимиәте башҡарған эштәр тураһында ла әйтте.

"Территорияларҙы планлаштырыу буйынса документация раҫланған, “Стәрлетамаҡ ҡалаһында 2016 - 2024 йылдарҙа төҙөлөш комплексы һәм архитектураны үҫтереү” муниципаль программаһы тормошҡа ашырыла, аҙ ҡатлы йорттар төҙөлөшө лә үҫешә башланы", – тине ул.

Стәрлетамаҡта торлаҡ төҙөлөшө үҫеше тураһындағы доклад менән Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм инфраструктура үҫеше буйынса беренсе урынбаҫары Радик Ғәлиев сығыш яһаны.

Уның белдереүенсә, Стәрлетамаҡта торлаҡ индереү күләме кәмеүе күҙәтелә. Бының сәбәптәре күп. Улар араһында инженер селтәрҙәренең ныҡ иҫкереүе, уларҙың техник яҡтан артта ҡалыуы, аҙ ҡеүәте һәм ошо сәбәпле уларға яңы төҙөлгән йорттарҙы, социаль объектарҙы ҡушып булмау, төҙөлөш өсөн тәғәйенләнгән ер участкаларын инженер-техник селтәрҙәр менән тәьмин итеү өсөн финанс ресурстары етмәүе һәм башҡалар бар.  

"Биләмәләрҙе тотороҡло үҫтереү өсөн инженер һәм транспорт инфраструктураһын булдырыу кәрәк. Ҡаланы торлаҡ менән тәьмин итеүҙә төп бурыс - инженер-транспорт инфраструктураһына проект эшләү һәм уны артабан тормошҡа ашырыу", – тине Радик Ғәлиев.

Был проблемаларҙы хәл итеүҙең бер юлы тип Стәрлетамаҡ власы ҡаланың сиктәрен арттырыуҙы күрә.

Дискуссияла Премьер-министр урынбаҫары Рәйеф Әбдрәхимов, төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов, Хөкүмәт Аппараты етәксеһе урынбаҫары Марина Долич, ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская, Стәрлетамаҡ ҡалаһы мэры Рөстәм Ғәзизов, Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы Әнүәр Абдрафиҡов ҡатнашты. Улар бында күтәрелгән мәсьәләләрҙе ҡануниәт кимәлендә көйләргә кәрәк тигән фекергә килде. Шулай уҡ торлаҡ төҙөлөшө программаларына ярҙам итеү өсөн инженер инфраструктураһын төҙөүҙе финанслау кимәлен арттырырға тәҡдим ителде.

Андрей Назаров фекеренсә, стратегик бурыстарҙы уңышлы хәл итеү күпселек осраҡта айырым алынған муниципалитетта эштең нисек барыуынан тора.

Әммә һөйләшеү өсөн темалар бының менән генә сикләнмәне. Бәхәсле һорауҙар күп һәм улар һаман хәл ителмәй ҡала килә. Әлеге дискуссия ни бары проблемаларҙы асыҡлау мөмкинлеге бирҙе, уларҙы хәл итеү юлдары асыҡ булып ҡала.

Стәрлетамаҡта йыл һайын кәмендә 100 мең квадрат метр торлаҡ тапшырылырға тейеш.

"Торлаҡ төҙөлөшө күләмен арттырыу – барлыҡ кимәлдәге властар өсөн ҙур бурыс. Берҙәм эш итеү кәрәк", – тине Андрей Назаров.

Күсмә ултырыш башланыр алдынан Премьер-министр ҡала инфраструктураһының бер нисә объектында булды. Уларҙың береһе – “Риком” торлаҡ комплексы. Был төҙөүсе компания баҙарҙа 20 йылдан ашыу эшләй. Республика кимәлендә 35 объект, дөйөм майҙаны 91195 квадрат метрлыҡ күп фатирлы туғыҙ йорт төҙөгәндәр. Улар өҫтәүенә кәрәкле инфраструктура ла булдыра, йәмәғәт киңлеген дә төҙөкләндерә.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53618

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: