Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
25 Ноябрь 2021, 14:00

Башҡортостанда 11 миллиардер бар

40 мең кеше былтыр бер миллион һумдан ашыу килем алған.

Башҡортостанда 11 миллиардер бар
Башҡортостанда 11 миллиардер бар

Быйылғы йылдың 1 ноябренә Башҡортостан һалым органдары 2020 йылға 3-НДФЛ рәүешендә физик шәхестәрҙең килеменә һалым буйынса 321 мең декларация ҡабул иткән, был уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 14,8 процентҡа күберәк. 40 меңдән ашыу һалым түләүсе 1 миллион һумдан ашыу, 11 һалым түләүсе бер миллиард һумдан ашыу килем тураһында хәбәр итә.

Былтырғы килем декларациялары буйынса ҡаҙнаға түләнергә тейешле һалым суммаһы 857 миллион һум тәшкил итә. Иң юғары эш хаҡы ҡиммәтле ҡағыҙҙар, банк, сәнәғәт, юридик һәм финанс хеҙмәттәре, спорт өлкәләрендә күҙәтелә.

Фото: news.bigmir.net

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: