Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
25 Ноябрь 2021, 21:30

Байрамығыҙ менән, завод хеҙмәткәрҙәре!

"Ә барыһы ла 80 йыл элек башланған - 1941 йылдың 25 ноябрендә".

Байрамығыҙ менән, завод хеҙмәткәрҙәре!
Байрамығыҙ менән, завод хеҙмәткәрҙәре!

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә Өфө агрегат етештереү берекмәһе тураһында яҙҙы.

“Моғайын, баш ҡалала яҙмышы нисек тә булһа Өфө агрегат етештереү берекмәһе менән бәйле булмаған ғаиләләр аҙҙыр. Һуғыш йылдарында предприятие кәрәкле запчастәр менән 137 мең хәрби самолетты тәьмин иткән, әйткәндәй, уларҙың күбеһенә Өфө моторҙары ҡуйылған. Был меңәрләгән ғүмерҙе ҡотҡарған, тигеҙ булмаған һуғышта фашистарҙан ҡала-ауылдарҙы һаҡлап ҡалырға ярҙам иткән. Был заводты беҙгә Мәскәүҙән эвакуациялағандар. Ул баш ҡалабыҙҙың демографик һәм иҡтисади үҫешенә этәргес биргән.

Ә барыһы ла 80 йыл элек башланған, 1941 йылдың 25 ноябрендә. Ул саҡта баш ҡалала 161-се завод, әлеге Өфө агрегат етештереү берекмәһе майҙансығында фронт өсөн авиация шәмдәре эшләп ебәргәндәр.

Бөгөн предприятие белгестәре граждандар һәм хәрби авиация самолеттары өсөн төрлө системалар етештерә. Ул "Ростех" дәүләт корпорацияһының “Технодинамика” холдингына инә. Предприятие урынында тормай, етештереү ҡеүәттәрен яңыртыуҙы дауам итә, үҫешкә йөҙәр миллионлап аҡса һала.

Тап "Ростех" һәм уның авиация комплексының индустрия директоры Анатолий Сердюков арҡаһында Өфө агрегат етештереү берекмәһе бөгөн илдең авиация комплексындағы иң алдынғы предприятиеларҙың береһе булып тора. Иң мөһиме – коллективын һаҡлап ҡала алдыҡ. Ә ул бәләкәй түгел – ике меңдән ашыу кеше.

Предприятиеның үҫешен "Ростех" менән берлектәге ведомство-ара комиссияларында ла тикшерәбеҙ.

Өфө агрегат етештереү берекмәһе коллективын юбилей менән ҡотлайым. Үҫеш һәм ышаныслы киләсәк теләйем”, – тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Фото: https://vk.com/radiyhabirov

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: