Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
25 Ноябрь 2021, 17:10

Беҙҙең етештереүселәр – Үзбәкстанда

Башҡортостандан биш компания XVI “UzAgroExpo – ауыл хужалығы” тигән халыҡ-ара күргәҙмәлә ҡатнаша.

Беҙҙең етештереүселәр – Үзбәкстанда
Беҙҙең етештереүселәр – Үзбәкстанда

Мәртәбәле сара 24–26 ноябрь көндәре Үзбәкстандың баш ҡалаһы Ташкентта үтә.

– Бындай халыҡ-ара күргәҙмәләр Башҡортостан компанияларына үҙҙәренең продукцияһы менән бик күп ҡунаҡтарҙы һәм сарала ҡатнашыусыларҙы таныштырыу, шул уҡ ваҡытта ошо продукцияларҙың юғары сифатын һәм өҫтөнлөгөн күрһәтеү мөмкинлеген бирә,– тип һөйләй Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

Тәүге көндәрҙә үк UzAgroExpo, UzProdExpo һәм InterPackExpo исемле өс күргәҙмә тантаналы шарттарҙа асылды. Сараның маҡсаты – белгестәр өсөн продукция етештереүселәр менән һөҙөмтәле эшлекле бәйләнештәр платформаһы булдырыу, эшкәртеү һәм һаҡлау өсөн ҡоролмаларҙы күрһәтеү, сеймал етештереүҙән алып тауарҙы ҡаптарға төрөп биргәнгә хәтлем бөтә технологик эш алымдары менән таныштырыу.

Күргәҙмәнең тәүге көндәрендә Башҡортостан компаниялары Үзбәкстандың, Тажикстандың, Ҡырғыҙстандың, Белоруссияның, Ҡаҙағстандың, Афғанстандың, Монголияның, Төркиәнең, Ирандың, Германияның, Чехияның, Италияның, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең 120-нән ашыу потенциаль партнерҙары менән осрашыуҙар уҙғарҙы. Уларҙың барыһына ла “анализ карта”лары ебәрелде, шулай уҡ логистик сығымдар ҙа иҫәпләнә. Республикабыҙҙың күргәҙмәләр экспозицияһы менән Рәсәйҙең Үзбәкстандағы Сауҙа илселеге һәм Үзбәкстандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вәкилдәре танышты.

Башҡортостандың делегация составында – “БашИнком” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, “Көньяҡ Урал заводы” йәмғиәте, “Дуҫтар” сауҙа йорто” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, “ЗМК” йәмғиәте, фермер һәм шәхси эшҡыуар Алһыу Минһажева.

Белешмә: “Көньяҡ Урал үлсәү заводы” йәмғиәте сәнәғәт үлсәү ҡоролмаһы етештерә, “БашИнком” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Рәсәйҙә һәм БДБ илдәрендә эре биотехнологик преприятие иҫәпләнә, “Дуҫтар” сауҙа йорто” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте күмәртәләп һатыу менән шөғөлләнә, “ЗМК” йәмғиәте аграр продукция етештерә, фермер һәм шәхси эшҡыуар Алһыу Минһажева умартасылыҡ тармағында эшләй.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: