Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Ноябрь 2021, 15:00

Халыҡ менән килешеп эшләнгәс...

2022 йылда “Башҡорт ихаталары” программаһында республиканың ҡайһы ҡалалары һәм райондары ҡатнашасаҡ? Был хаҡта - Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың яҙмаһында. 

Халыҡ менән килешеп эшләнгәс...
Халыҡ менән килешеп эшләнгәс...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә “Башҡорт ихаталары” программаһы тураһында яҙҙы.

“Киләһе йылда беҙ 200 ихатаны төҙөкләндерә аласаҡбыҙ, был быйылғы менән сағыштырғанда, 60-ҡа күберәк. Бюджет “Башҡорт ихаталары” программаһын финанслауҙы арттырыу мөмкинлеге бирә.

* Проекттарҙың сифаты һиҙелерлек яҡшырҙы, шуға күрә проектлау мәсьәләләренә айырым иғтибар бирергә кәрәк. Балалар һәм спорт майҙансыҡтары ҡыҙыҡлы, уңайлы булырға тейеш. Иң мөһиме – уларҙы мотлаҡ урындағы халыҡ менән килешеп төҙөү шарт.

* 2022 йылға республиканың ҡала-ауылдары халҡы бар йәһәттән уйланып эшләнгән резина япмалы балалар һәм спорт-уйын майҙансыҡтары төҙөүҙе, туҡталҡа урындарын арттырыуҙы, өҫтәмә яҡтыртыу, видеокүҙәтеү ҡорамалдары ҡуйыуҙы һорап яҙҙы, был мөрәжәғәттәр ҡабул ителде.

* Дөйөм алғанда, 2021 йылда лайыҡлы эшләнек. Ғинуарҙа 140 ихата биләмәһе тапшырыласаҡ. 2019 һәм 2020 йылдар дауамында 780 ихата биләмәһен төҙөкләндерҙек. Уларҙың күптәре үҙенсәлекле, ҡыҙыҡлы итеп эшләнде.

* “Башҡорт ихаталары” программаһының аҙағынаса, йәғни 2024 йыл тиклем, 2000 ихатаны төҙөкләндереүҙе күҙаллайбыҙ. Улар матур, уңайлы, хәүефһеҙ һәм заманса булһын өсөн тырышасаҡбыҙ”, - тип яҙҙы Радий Хәбиров.

2022 йылда “Башҡорт ихаталары” программаһында Ағиҙел, Баймаҡ, Бәләбәй, Белорет, Бөрө, Благовещенск, Дәүләкән, Дүртөйлө, Ишембай, Күмертау, Межгорье, Мәләүез, Нефтекама, Октябрьский, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Учалы, Өфө, Яңауыл ҡалалары, Стәрлетамаҡ, Саҡмағош, Миәкә һәм Архангел райондары ҡатнашасаҡ.

Фото: vk.com/wall413272232_731026

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: