Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
29 Ноябрь 2021, 21:00

"Район йыш ҡына чиновниктар иғтибарынан ситтә ҡала"

Балаҡатайҙа шуға ла проблемалар күп... 

"Район йыш ҡына чиновниктар иғтибарынан ситтә ҡала"
"Район йыш ҡына чиновниктар иғтибарынан ситтә ҡала"

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәрҙә пост ҡалдырҙы. Ул Хөкүмәттең Балаҡатай районындағы бөгөнгө күсмә ултырышына бәйле. 

“Хөкүмәттең күсмә ултырыштарын үкәреү йолаһын дауам итәбеҙ. Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса, бөгөн Балаҡатай районында булдыҡ. Ул беҙҙә иң алыҫтарының береһе, һәм дөрөҫөн әйткәндә, йыш ҡына чиновниктар иғтибарынан ситтә ҡала. Бының эҙемтәһе булып, муниципалитет күп күрһәткестәр буйынса артта ҡала һәм республика рейтингында һуңғы унау иҫәбендә йөрөй.

Бер нисә объектҡа барҙым – ҡайҙа проблемалар барлығын үҙ күҙҙәрем менән күрҙем. Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә пар изоляцияһы һәм гидроизоляция булмау сәбәпле ағас конструкциялар емерелгән. Хәҙер бында балаларға шөғөлләнеүе хәүефһеҙ түгел. Киләһе йылда иҫкеһе урынына яңы заманса спорт комплексы төҙөргә ҡарар иттек. Унда тренажер һәм көрәштәр залы, хоккей ҡабы, баскетбол майҙансығы буласаҡ. Кешеләр шулай уҡ бассейн һорай. Уны 2024 йылда төҙөйәсәкбеҙ.

Урындағы поликлиникаға инеп сыҡтым – ремонт барышын тикшерҙем. Уны сентябрҙә башлағайнылар,бөгөн эштәрҙе тиҙләтергә һәм Яңы йылға тамамларға ҡуштым. Медицина персоналы яңы мебель һорай. Булғаны бигерәк иҫке һәм 30 йылдан ашыу яңыртылмаған. Былай эш бармай, әлбиттә, был маҡсаттарға өҫтәмә аҡса бүлергә вәғәҙә бирҙем.

Шулай уҡ эсәр һыуҙы ҡойоу цехында булдым. Унда улар лимонад та етештерә, нигеҙе – үҙҙәре әҙерләгән сироптар. Был эште урындағы эшҡыуар башлаған. Уның менән аралаштым. Ул газға тоташыуға бәйле проблемалар тураһында һәм киңәйергә теләүе тураһында әйтте. Урындағы етештереүселәргә беҙ булышлыҡ күрһәтәбеҙ, уға ла мотлаҡ ярҙам буласаҡ. Сәнәғәтте үҫтереү фонды аша сығымдарын субсидиялаясаҡбыҙ.

Балаҡатай районының иҡтисади нигеҙе – ауыл хужалығы. Әммә бында ла һуңғы йылда артта ҡалыу һиҙелә. Урындағы фермерҙар етештереү күләмен 16 процентҡа кәметкән, ә эшкәртеүселәр – яртыһына тиклем тиерлек. Был, ғөмүмән, бындағы системалы проблема: күрше райондар менән сағыштырғанда, ауыл хужалығы эшкәртеүе күпкә насар. Ә бит район Силәбе һәм Свердловск өлкәләре менән сиктәш, ә уларҙың биләмәһенән тимер юлы магистрале һәм республика трассалары менән бәйләүсе юлдар үтә. Әйткем килә, һатыу өсөн урын бар, тик бер кем дә быны эшләргә тырышмай.

Бының сәбәптәре күп. Беренсенән, бында инвесторҙар йәлеп итеү һәм ауыл хужалығы техникаһы паркын яңыртыу буйынса эш насар алып барыла. Бынан тыш, район ауыл хужалығы тармағы эшсәндәренең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса дәүләт ярҙамы программаларында ҡатнашмай. Башҡа факторҙар ҙа бар, бөгөн уларҙы ҡараныҡ.

Беренсенән, биләмәгә инвесторҙар йәлеп итеү буйынса системалы эш булдырасаҡбыҙ. Инфраструктуралы ерҙәрҙең берҙәм банкын әҙерләйәсәкбеҙ – бизнесмендар уларҙы һыу, газ һәм электр үткәреү буйынса проблемалары булмаҫын күрергә тейеш. Бөтә ташланған һәм төҙөлөп бөтмәгән объекттарҙы анализлаясаҡбыҙ, бәлки унда яңы етештереү ебәреп булыр. Шулай уҡ хәле ауыр предприятиеларҙың реестрын булдырасаҡбыҙ һәм проблемаларын тикшерәсәкбеҙ. Файҙаланылмаған ерҙәрҙе әйләнешкә индерәсәкбеҙ. Унда үҫемлекселекте үҫтерәсәкбеҙ. Яңы һөт фермалары һәм малды һимертеү майҙандары төҙөй башлаясаҡбыҙ. Ваҡ ауыл хужалығы етештереүселәрен кооперативтарға берләштерәсәкбеҙ. Шулай уҡ район әүҙем рәүештә дәүләт ярҙамы программаларына ҡушыла башлар тип һөйләштек.

Балаҡатай районында башҡа проблемалар ҙа етерлек. Юлдарҙы ла йүнәтергә, торлаҡ та төҙөргә, кадрҙар йәлеп итергә, бәләкәй бизнесты үҫтерергә кәрәк. Бөтә ергә лә газ һәм һыу үтмәгән, алыҫ ауылдарҙа интернет юҡ. Ошоларҙың барыһын да ултырышта тикшерҙек. Бөтә йүнәлештәр буйынса ла эш планы булдырҙыҡ һәм яуаплыларҙы тәғәйенләнек. Бөгөн үк башлаясаҡбыҙ. Уңайлы тормош баш ҡалала йәшәгәндәрҙең генә түгел, ә ауыл кешеләрендә лә булырға тейеш.

#командахабирова #правительстворазвития #Башкортостан #комфортныйрегион #Белокатайскийрайон

Фото: А. Назаровтың Фейсбуктағы сәхифәһе.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: