Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Ноябрь 2021, 21:15

700 мең тонна һөт етештерелгән

Етештереү күләменең артыуы нимәгә бәйле?

700 мең тонна һөт етештерелгән
700 мең тонна һөт етештерелгән

Башҡортостанда йыл башынан 700 мең тонна һөт етештерелгән. Был былтырғы күрһәткестән 25 мең тоннаға күберәк, тип хәбәр итәләр Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан.

Мәҫәлән, йыл башынан Саҡмағошта 59,3 мең тонна һөт етештерелгән, был уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 3,4 мең тоннаға күберәк. Шул уҡ ваҡытта һөттөң тулайым уңышын Илеш һәм Йәрмәкәй райондарында 7,4 һәм 7,5 мең тоннаға арттырғандар.

Башҡортостанда һуңғы бер нисә йыл рәттән һөт етештереү күләме арта бара. Белгестәр быны ҙур мал комплекстарын сафҡа индереү менән аңлата.

Фото Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан алынды.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: