Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Ноябрь 2021, 19:30

Һатып алыуҙар өлкәһендә асыҡлыҡ тәьмин ителә

Конкурентлыҡ сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты кәңәшмә үткәрҙе.

Һатып алыуҙар өлкәһендә асыҡлыҡ тәьмин ителә
Һатып алыуҙар өлкәһендә асыҡлыҡ тәьмин ителә

Башҡортостандың Конкурентлыҡ сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты “Бәләкәй күләмдәге сауҙалашыу агрегаторы”н һәм “Башҡортостан Республикаһы ихтыяждарын тәьмин итеү өсөн тауарҙар, эштәр, хеҙмәттәр һатып алыу өлкәһендәге төбәк мәғлүмәт системаһы”н эшләүселәр менән кәңәшмә үткәрҙе.

"Һатып алыуҙар өлкәһендәге республика платформалары мөһим принциптарҙың береһен тәшкил иткән мәғлүмәттәр йәһәтенән асыҡлыҡты тәьмин итә. Дәүләт комитетының ошо системаларҙы төҙөүселәр менән берлектәге эшмәкәрлеге тотош һатып алыу процесының һөҙөмтәлелеген арттырыуға, уны ҡулайлаштырыуға йүнәлтелә", – тине Конкурентлыҡ сәйәсәте буйынса дәүләт комиеты рәйесе Гөлшат Арыҫланова.

Кәңәшмәлә ике платформаның интеграцияһы буйынса практик мәсьәләләр тикшерелде. Республика заказсыларына эште еңеләйтеү өсөн һатып алыуҙар буйынса мәғлүмәттәр менән автоматлаштырылған тәртиптә тәьмин итеү, шулай уҡ төбәктәге дәүләт һатып алыуҙарын системалаштырыу планлаштырыла. Сарала мәғлүмәт системалары интеграцияһын тест режимында башларға ҡарар ителде.

Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53862

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53862

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: