Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Ноябрь 2021, 22:45

Благовещен ҡалаһы нимә юғалтасаҡ?

Сәбәбе - Өфөгә яҡын булыуы.

Благовещен ҡалаһы нимә юғалтасаҡ?
Благовещен ҡалаһы нимә юғалтасаҡ?

Башҡортостанда алты муниципаль берәмек күп яҡлы иҡтисади структураға эйә. Моноҡала исемен алған Бәләбәй, Күмертау, Нефтекама, Белорет, Учалы һәм Благовещенск - шуға асыҡ миҫал.

Ниндәй ҙә ҡаланы йылдам үҫешкән социаль-иҡтисади биләмәләр исемлегенә индереү уға инвестиция йәһәтенән ҡыҙыҡһыныусанлыҡты арттырасаҡ, бында эшҡыуарлыҡ алып барғанда төрлө ташламалар ҡаралған.

Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы моноҡалалар статусын алған ҡалалар тәңгәлендә реформа үткәрергә йыйына. Бынан ары берәй төбәктең баш ҡалаһы менән ошо ҡаланың араһы 50 саҡрымдан кәм булған осраҡта, ул моноҡалалар исемлегенән һыҙып ташланасаҡ. Күҙаллауҙар буйынса, һан ике тапҡырға кәмейәсәк йәки элек илебеҙҙә 321 моноҡала иҫәпләнһә, уларҙың һаны 163 ҡаласаҡ. Мәҫәлән, республикабыҙҙағы Благовещен Өфөнән ни бары 45 саҡрым алыҫлыҡта ята, үҙ сиратында бында ғүмер иткәндәргә баш ҡалаға йөрөп эшләү һис тә ҡыйын түгел.

Бөгөн Благовещен ҡалаһында 35 мең тирәһе кеше йәшәй, күптәр “Благовещен арматура заводы” йәмғиәтендә, “Полиэф” предприятиеһында һәм башҡа ойошмаларҙа эшләй.

Фото: ufa-news.net

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: