Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Ноябрь 2021, 21:45

Күпме аҡса алабыҙ?

Был күрһәткес буйынса республика Волга буйы федераль округында – икенсе, Рәсәйҙә 11-се урынды биләй.

Күпме аҡса алабыҙ?
Күпме аҡса алабыҙ?

Башҡортостанда эшҡыуарҙарға бирелгән кредиттар күләме 26 процентҡа артҡан.

Республиканың Финанс министрлығы хәбәр итеүҙәренсә, Милли банк мәғлүмәттәре буйынса 2021 йылдың туғыҙ айында ойошма-предприятиеларға һәм шәхси эшҡыуарҙарға бирелгән кредит күләме 372,9 миллиард һум тәшкил иткән. Был, былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда, 26 процентҡа күберәк.

"Беҙ кредитҡа ҙур ихтыяж барлығын күрәбеҙ. Был республика иҡтисады реаль секторы предприятиеларының етештереү йәһәтенән әүҙемлеге артыуын күрһәтә", - ти Рәсәй банкы бүлексәһе – Башҡортостан буйынса Милли банк идарасыһы Марат Кашапов.

Үҫеш Рәсәйҙәге уртаса күрһәткестән юғарыраҡ.

"Башстат мәғлүмәттәренә ҡарағанда, быйыл һигеҙ айҙа, былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда, республика ойошмаларының сальдолашҡан финанс күрһәткестәре 2,5 тапҡырға артҡан. Был предприятиеларыбыҙҙың эшлекле әүҙемлеген күрһәтә", - тип билдәләне республиканың финанс министры Лира Иғтисамова.

Белешмә. Ағымдағы йылдың 1 октябренә физик һәм юридик шәхестәргә 768,3 миллиард һумлыҡ кредит бирелгән - үткән йылдың туғыҙ айы менән сағыштырғанда, 34 процентҡа күберәк. Был күрһәткес буйынса республика Волга буйы федераль округында – икенсе, Рәсәйҙә 11-се урынды биләй.

 Фото: news.myseldom.com

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: