Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Ноябрь 2021, 23:00

Мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмағыҙ

Газ үткәреп бөтөү программаһына эләгеү өсөн документтар тупларға һәм түбәндәге юлдарҙың береһен һайлап ғариза яҙырға кәрәк.

Мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмағыҙ
Мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмағыҙ

Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында белдерҙе.

“Ғафури районындағы газ үткәрелгән 46 тораҡ пунктындағы “зәңгәр яғыулыҡ” булмаған 3549 йорт биләмәһе был эште газ үткәреп бөтөү сиктәрендә атҡара ала.

Социаль газ үткәреп бөтөү селтәр булған ҡасабаларҙа шәхси торлаҡ йорттарҙы “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа тоташтырыу мөмкинлеген бирә. Элек “Газпром” магистраль газды тораҡ пунктына тиклем үткәрһә, артабанғы тоташтырыу буйынса сығымдар ҡулланыусы иңенә төшә ине. Эксперттар баһалауынса, газды участка сиктәренә тиклем үткәреү өсөн 70 – 150 меңдән бер миллион һумға тиклем аҡса түләргә кәрәк. Хәҙер был сығымдарҙы газ бүлеү ойошмалары үҙ өҫтөнә ала. Әммә газды тап үҙенең участкаһында үткәреү өсөн милексе үҙе түләй.

Газ үткәреп бөтөү программаһына эләгеү өсөн документтарҙы тупларға һәм түбәндәге юлдарҙың береһен һайлап ғариза яҙырға кәрәк:

* Рәсәй Федерацияһының Газ үткәреүҙең берҙәм операторы рәсми порталында;

* Күп функциялы үҙәк аша;

* “Дәүләт хеҙмәттәре" аша;

* “Газпром газ бүлеү Өфө” йәмғиәтенең Салауат ҡалаһындағы филиалы Ғафури комплекслы хеҙмәте офисында (Красноусол ауылы, Көнбайыш урам, 4-се йорт).

Кәрәкле документтар: паспорт, СНИЛС, ИНН, өйгә һәм ер участкаһына хоҡуҡ биргән документтар, ситуация планы.

Ғафури районындағы тораҡ пункттарында газ үткәреү буйынса эш бара. Бөгөн Аҡкүл ауылы Советындағы Антоновка ауылында, Красноусол ауылындағы “Лубат” микрорайонында газ селтәрен монтажлау тамамланды тиерлек. Артабан төҙөлөш бригадаһы башҡа участкаларға күсәсәк. Шуны иҫәпкә алырға кәрәк, эште атҡарыу аныҡ урамдан бирелгән ғаризалар иҫәбе буйынса ҡараласаҡ. Шуға газ тоташтырыу менән ҡыҙыҡһынғандарҙың барыһына ла был мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмаҫҡа һәм ғариза биреп ҡалырға саҡырам”.

Фото: Фәнзил Сыңғыҙовтың социаль селтәрҙәге сәхифәһе.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: