Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Ноябрь 2021, 09:00

Роботтар... һыйыр һауа

1 декабрҙә республикала һауыу роботтары менән йыһазландырылған өсөнсө хужалыҡ эш башлаясаҡ.

Роботтар... һыйыр һауа
Роботтар... һыйыр һауа

Республикала ауыл хужалығын һанлаштырыу йылдам тиҙлектә бара. Заманса һауыу залдары автоматлаштырылған, компьютерҙар һауыу процесын күҙәтә, малдарҙы ашатыу, уларҙың һаулығын күҙәтеү, бер һыйырҙан күпме һөт һауылғанын – йәмғеһе бөтә мәғлүмәтте туплап бара.

Хужалыҡтарҙың күбеһе һауыу роботтарын эшкә ҡуша, шуның менән һауыу процесын тулыһынса автоматлаштыра. Роботтар, бөтә эште дөрөҫ ойоштороп, һөт күләмен арттыра, уның сифатын да яҡшырта ала. Бындай һөт эшкәртеүсе предприятиелар тарафынан юғары баһалана.

1 декабрҙә республикала һауыу роботтары менән йыһазландырылған өсөнсө хужалыҡ эш башлаясаҡ. Әбйәлил һәм Кушнаренко райондарында Голландияла етештерелгән роботтар һатып алынһа, «Агротех» предприятиеһы швед кампанияһы DeLaval ҡорамалдарын һайлаған.

Иглин районының Ленин ауылында роботлаштырылған һауыу залын асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов ҡатнашасаҡ. Сара барышында яңы хужалыҡ буйынса экскурсия һәм «Башҡортостан Республикаһында малсылыҡ торошо тураһында» брифинг үтәсәк.

Фото: baikal24.ru

 

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: