Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
1 Декабрь 2021, 21:45

Дүртөйлө – Нефтекама юлы ниндәй хәлдә?

"Юл ҡурҡыныс, авариялар даими теркәлә” тигән мөрәжәғәт алынғас...

Дүртөйлө – Нефтекама юлы ниндәй хәлдә?
Дүртөйлө – Нефтекама юлы ниндәй хәлдә?

“Социаль селтәрҙә Дүртөйлө – Арлан юлын ремонтлау тураһында һорап йыш ҡына яҙғайнылар. “Краснокама районының Арлан ауылынан Краснокама РЭСы подстанцияһына тиклем юлды ремонтлау ҡасанға планлаштырылған? Юл ҡурҡыныс, авариялар даими теркәлә”. Башҡа участкаларға ла ялыуҙар бар ине.

Ошо һәм башҡа хәбәрҙәрҙе Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге мәғлүмәт системалары теркәгәйне. Юл хужалығы идаралығынан коллегалар менән был ауыр мәсьәләне бер-бер артлы атҡарҙыҡ. Былтыр уҡ Дүртөйлө һәм Нефтекама араһындағы юлдың айырым участкаларының биләмә заказына, шул иҫәптән урында йәшәүселәр мөрәжәғәттәре нигеҙендә индерелеүе асыҡланды. Уларҙы 2021 йыл аҙағында ремонтлап бөтөү планлаштырылғайны.

Һөҙөмтәлә беҙҙең мөрәжәғәттәр ярҙамында 2021 йылдың 24 ноябренә Дүртөйлө – Арлан юлының Краснокама районының Арлан ауылынан Краснокама РЭСы подстанцияһына тиклемге юлда эштәр тамамланды.

Башҡортостан юл хужалығы идаралығы хеҙмәткәрҙәренә оперативлыҡ өсөн рәхмәт. Эште графикка ярашлы атҡарҙылар, ваҡытты һуҙманылар.

Хәҙер – киләһе этап. Дүртөйлө һәм Нефтекама араһындағы ауыр участкаларҙы ипкә килтерергә кәрәк.

Дүртөйлө – Нефтекама юлының яңы участкаһы бына шулай күренә”, - тип яҙҙылар Республикаға идара итеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре.

Фото: Республикаға идара итеү үҙәге.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: