Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
2 Декабрь 2021, 14:30

Австрия менән хеҙмәттәшлек нығый

Кәңәшмәлә Башҡортостан менән Австрия араһындағы әүҙем хеҙмәттәшлектең һөҙөмтәле өлгөһө булараҡ "Ласселсбергер” холдингы менән булдырылған эшмәкәрлек билдәләнде. 

Австрия менән хеҙмәттәшлек нығый
Австрия менән хеҙмәттәшлек нығый

Видеокәңәшмә алымында “Австрия-Башҡортостан, Төмән һәм Силәбе өлкәләре” тип аталған онлайн кәңәшмә үтте. Унда БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева Башҡортостандың иҡтисади һәм инвестицион мөмкинлектәре тураһында сығыш яһаны.

- Башҡортостан Республикаһы өсөн Австрия күптәнге һәм ышаныслы партнер булып тора. Беҙ был хеҙмәттәшлекте тағы ла киңәйтеү һәм нығытыу яҡлыбыҙ. Беҙҙең республикала Автрия Республикаһының капиталы ҡатнашлығында ете ойошма эшмәкәрлек алып бара. Уларҙың күпселеге иҡтисадтың аныҡ секторында – ауыл хужалығы, файҙалы ҡаҙылмалар табыу, керамика һәм цемент әйберҙәр етештереү, машина һәм ҡорамалдар, төҙөлөш, сауҙа өлкәләрендә эшләй.  Австрияның бизнес вәкилдәре үҙҙәренең етештереү ҡеүәттәрен әүҙем арттырып, төбәк менән бәйләнеште нығыта бара, - тип билдәләне Маргарита Болычева.

Сарала Австрияның Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы вәкиле Вернер Альмхофер, Австрияның Иҡтисад палатаһының Генераль секретары Карлхайнц Копф, БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева, Башҡортостандың үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов, Төмән өлкәһе губернаторы урынбаҫары Андрей Пантелеев, Силәбе өлкәһенең иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Дмитрий Глухарев ҡатнашты.

Кәңәшмәлә, Башҡортостан менән Австрия араһындағы әүҙем хеҙмәттәшлектең һөҙөмтәле өлгөһө булараҡ, "Ласселсбергер” холдингы менән булдырылған эшмәкәрлек билдәләнде. Быйыл августа был холдинг Әбйәлил районында ҡоро төҙөлөш ҡатнашмалары етештереү буйынса “Цемикс” заводын асты. Был проект буйынса дөйөм инвестиция күләме 66,5 миллион евро тәшкил итте. Шулай уҡ Австрияның бизнес йәмәғәтселеге вәкилдәре “Агрокомплекс” халыҡ-ара күргәҙмәһендә, Халыҡ-ара бизнес аҙнаһында әүҙем ҡатнашып килә.

Осрашыу барышында Башҡортостандың үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов Башҡортостандың инвестиция йәһәтенән мөмкинлектәре, “Алға” айырым иҡтисади биләмәһе һәм “Өфө” индустриаль паркының эшмәкәрлеге менән таныштырҙы.  

Фото һәм сығанаҡ: pravitelstvorb.ru

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: