Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
2 Декабрь 2021, 15:50

Бөтә муниципалитеттар ҙа ҡушылды

Башҡортостандың 63 муниципалитеты ҡала төҙөлөшө эшмәкәрлеген тәьмин итеүҙең мәғлүмәт системаһына тоташтырылды, был төҙөлөш эшмәкәрлеге процедураларын тиҙләтәсәк.

Бөтә муниципалитеттар ҙа ҡушылды
Бөтә муниципалитеттар ҙа ҡушылды

“Бөгөнгә ҡала төҙөлөшө эшмәкәрлеген тәьмин итеүҙең мәғлүмәт системаһына республиканың бөтә муниципалитеттары ла ҡушылды, – ти республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин. – Системаға биш төбәк хеҙмәтләндереүе индерелгән: ер участкаларының ҡала төҙөлөшө пландарын әҙерләү һәм тапшырыу, төҙөлөшкә һәм объектты файҙаланыуға тапшырыуға рөхсәт, шәхси торлаҡ төҙөлөшөндә мәғлүмәт биреү”.

Был эш беҙҙең төбәктә 2019 йылдан алып бара. Бөгөн республиканың Ҡала төҙөлөшө үҙәге муниципалитеттарҙың мәғлүмәт базаларын тулыландырыуҙы дауам итә.

Фото: pravitelstvorb.ru.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: