Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
2 Декабрь 2021, 11:00

“Бурыс үтәрлек, һөҙөмтәлерәк эшләргә генә кәрәк”

2026 йылға беҙ эшкәртеү һәм аҙыҡ-түлек заводтары һанын меңдән ике меңгә тиклем арттырырға ниәтләйбеҙ.

“Бурыс үтәрлек, һөҙөмтәлерәк эшләргә генә кәрәк”
“Бурыс үтәрлек, һөҙөмтәлерәк эшләргә генә кәрәк”

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров "Фейсбук" селтәрендәге сәхифәһендә республика иҡтисадындағы хәл, уны үҫтереү тураһында яҙма ҡалдырҙы.

“Күптән түгел иҡтисадтағы хәл һәм уның үҫешен тәьмин итеү йәһәтенән пландарыбыҙ тураһында яҙа башлағайным, бөгөн дауам итәм. Ауыл хужалығы хаҡында һөйләп үтәйем. Йыл башынан алып тармаҡта үҫеш 8,5 процентҡа кәмегән. Йәйҙең ғәҙәттән тыш эҫе булыуы арҡаһында сәсеүлектәр һәләк булды, иген уңышының яртыһы тиерлек юғалтылды.

Фермерҙарға ярҙам йөҙөнән миллиард һум аҡса бүлдек. Был улар йыл башында алған аҡсаға өҫтәмә булды. Етештереүселәргә аҡса орлоҡ, мал һәм аҙыҡ һатып алыуға кәрәк. Киләһе йыл уларҙың техника, ашлама, химик эшкәртеү саралары һатып алыуға, сәсеү кампанияһын ойоштороуға һәм үткән ике йылдағы бурыстарын ҡаплауға сығымды субсидиялайбыҙ. Был маҡсатҡа 3,5 миллиард һум бүлеү ҡарала. Ошо саралар ауыл хужалығын бер йыл эсендә тергеҙергә мөмкинлек бирер, тип иҫәп тотабыҙ.

Ауыл хужалығы эшкәртеү тармағында ғәйәт ҙур ҡеүәт тупланған. Әле ул һүлпән үҫешкән. Бының сәсәбе бик күп – инфраструктуранан алып ойоштороу мәсьәләләренә тиклем. Байтаҡ хужалыҡтарҙа ҡорамалдар бик иҫкергән. Ошоға бәйле беҙ аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәтен үҫтереү буйынса алты йыллыҡ программа төҙөнөк. Ул тармаҡтағы системалы проблемаларҙы хәл итеүгә йүнәлтелә һәм бизнес өсөн уңайлы шарттар булдырыуҙы күҙ уңында тота.

Бәләкәй эшкәртеүселәрҙе һәм эшкәртеүсе кооперативтарҙы үҫтереүҙе, тышҡы һәм эске баҙарҙарҙа республика продукцияһын танытыуҙы төп бурыс тип билдәләнек. Был беҙгә яңы производстволар ойоштороу, эшкәртеү күләмен арттырыу һәм әҙер продукция ассортиментын киңәйтеү мөмкинлеген бирәсәк. Тармаҡ предприятиеларына мотлаҡ ярҙам күрһәтәсәкбеҙ. Төп саралар иҫәбендә – льготалы кредитлау, ауыл хужалығы техникаһы, ҡорамалдар һәм алкоголһеҙ эсемлектәр етештереү өсөн сеймал һатып алыуға сығымдың бер өлөшөн ҡаплау, производстволарҙы яңыртыуға сығымды компенсациялау, “Росагролизинг” программаһына ярашлы лизинг түләүҙәрен субсидиялау. Бәләкәй предприятиеларға ла грант бүләбеҙ. Башҡа тармаҡтарҙағы кеүек үк, ауыл хужалығында ла инвесторҙар менән әүҙем эшләйбеҙ. Улар Бәләбәй һөт комбинатында, “Таврос”та, “СИГМА”ла, “Өфө ҡала һөт заводында һәм башҡа предприятиеларҙа етештереүҙе үҫтереүгә күп аҡса бүлә.

Дөйөм алғанда, күрелгән саралар иҫәбенә 2026 йылға беҙ эшкәртеү һәм аҙыҡ-түлек заводтары һанын меңдән ике меңгә тиклем арттырырға ниәтләйбеҙ. Был бурыс үтәрлек, һөҙөмтәлерәк эшләргә генә кәрәк.

Барығыҙға ла һаулыҡ!” – тип яҙған Андрей Назаров.

Фото: facebook.com/agnazarov

Сығанаҡ: facebook.com/agnazarov

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: