Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
2 Декабрь 2021, 17:45

Интернет аша сауҙа итергә өйрәтәләр

Өфөлә Ғаилә эшҡыуарлығы форумы асылыуы тураһында кисә хәбәр иткәйнек инде. Бөгөн ул секцияларҙа эшен дауам итте.

Интернет аша сауҙа итергә өйрәтәләр
Интернет аша сауҙа итергә өйрәтәләр

“Электрон коммерция” секцияһы ултырышына Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһының Эшҡыуарлыҡты үҫтереү департаменты директоры урынбаҫары Яна Усманова етәкселек итте.

“Электрон коммерция бер нисә йүнәлештә бара – “Ҡулланыусы өсөн бизнес”, “Хөкүмәт өсөн бизнес”, “Ҡулланыусы өсөн ҡулланыусы”, “Компания өсөн ҡулланыусы”, “Хеҙмәткәрҙәр өсөн бизнес” һәм башҡа өлкәләр”, – тине ул һәм электрон коммерцияның был һәр дирәһенең мәғәнәһен, маҡсаттарын, үҙенсәлектәрен ентекләп аңлатты.

Уның әйтеүенсә, донъя халҡының 27 проценты тауарҙарҙы интернет аша һатып ала. Был ысулдың өҫтөнлөгө шунда: сығымдар кәмерәк, маҡсат аудиторияһын киңәйтеп була, аралашсылар аҙыраҡ, селтәрҙә һатыуҙы 100 процентҡа анализлау мөмкинлеге бар. Әммә кәмселектәре лә бар: мәғлүмәт-коммуникация технологияларына бәйле булыу, ҡануниәт үҙенсәлектәренең уңайлы булмауы, мәғлүмәт хәүефһеҙлеге юҡлығы, авторлыҡ хоҡуғын һаҡлап ҡалыуҙың ауырлығы.

Автор фотоһы.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: