Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
2 Декабрь 2021, 16:10

Микроорганизмдарҙы тикшерәсәктәр

Аксенов агросәнәғәт колледжы геном инженерияһы менән шөғөлләнәсәк.

Микроорганизмдарҙы тикшерәсәктәр
Микроорганизмдарҙы тикшерәсәктәр

Эш биреүселәр менән хеҙмәттәшлекте киңәйтеү сиктәрендә Н.M. Сибирцев исемендәге Аксенов агросәнәғәт колледжы һәм Новосибирскиҙың «Мәғариф өлкәһендәге проекттарға булышлыҡ итеү» фонды малсылыҡ тармағында микроорганизмдарҙы өйрәнеү буйынса тикшеренеүҙәр үткәрергә ниәтләй. Агросәнәғәт техникумы ҡатнашлығындағы төп саралар 2022 йылдың ғинуарына планлаштырылған, ғилми тикшеренеүҙәр 2027 йылға тиклем дауам итәсәк.

—Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Башҡортостан Хөкүмәте ярҙамы, шулай уҡ Аксенов колледжы менән Башҡортостандың һөнәри белемде камиллаштырыу үҙәге араһындағы хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһендә был проект милли чемпионатта ҡатнашты, — тине колледж директоры Ришат Әбделвәлиев.

Ағымдағы йылдың авгусында Башҡортостан Республикаһы IX «Йәш профессионалдар» милли чемпионатының финалын үткәреү майҙансығына әүерелде. Команда зачеты һөҙөмтәләре буйынса республика икенсе урынды алды. Чемпионатты ойоштороу һәм үткәреү өсөн ҡорамалдар һатып алынды, ул WorldSkills стандарттары буйынса йыһазландырылған колледждар базаһында йөҙҙән ашыу заманса оҫтахана булдырыу өсөн тапшырылды. Шул оҫтаханаларҙың береһе Аксенов агросәнәғәт колледжына тапшырылды, уның йүнәлеше – геном инженерияһы. Был әлегә республикалағы берҙән-бер бындай лаборатория иҫәпләнә.

Чемпионатҡа әҙерлек сиктәрендә Новосибирск ҡалаһының фәнни һәм сәнәғәт предприятиелары менән тығыҙ бәйләнеш булдырыла, улар ген инженерияһы технологияларын өйрәнеү һәм бындай тикшеренеүҙәр өсөн ҡорамалдар етештереү менән шөғөлләнә. Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем министрлығы ярҙамы менән «Мәғариф өлкәһендәге проекттарға булышлыҡ итеү» фонды 2019-2027 йылдарға Генетик технологияларҙы үҫтереү буйынса Федераль фәнни-техник программа сиктәрендә тормошҡа ашырылған «Ауыл хужалығы малдары һәм ауыл хужалығы тармағында етештерелгән продукция менән бәйле микроорганизмдарҙы һәм микробтар берләшмәләрен киң күләмдә өйрәнеү» тип аталған тикшеренеү программаһын башлап ебәрҙе.

– Беҙҙең төп маҡсат – фән өлкәһендә күләмле федераль проекттарҙа ҡатнашыу. Алдыбыҙға юғары маҡсаттар ҡуймаһаҡ, ҡалыптарҙан арына алмаясаҡбыҙ, тип иҫәпләйем. Рәсәй Президенты Владимир Путин фәнде стратегик өҫтөнлөктәрҙең береһе тип билдәләне.  Шуға күрә беҙ ил башлығы башлап ебәргән Рәсәй программаларында ҡатнашабыҙ, — тине Республика Башлығы Радий Хәбиров 2021 йылдың 23 июлендә Өфөнөң «Торатау» конгресс-залында үткән «Фән һәм мәғариф өлкәһендәге йәш лидерҙар: Башҡортостан Республикаһында таланттар өсөн көрәш стратегияһы» сессияһы һөҙөмтәләрен йомғаҡлағанда.

Был программа сиктәрендә Фонд колледж студенттарына һәм уҡытыусыларына һәр яҡлап ярҙам күрһәтәсәк, шулай уҡ проектты тормошҡа ашырыу буйынса кәңәштәр бирәсәк. Тикшеренеүҙәр үткәреү өсөн Н.M. Себерцев исемендәге Аксеновский агросәнәғәт колледжының геном инженерияһы буйынса оҫтахана ҡорамалдары файҙаланыласаҡ. Артабан был өлгөләр ентекле анализ үткәреү һәм өйрәнеү өсөн Новосибирск ҡалаһының фәнни-тикшеренеү институттарының ғилми лабораторияларына тапшырыласаҡ.

Фото һәм мәғлүмәт Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: