Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
2 Декабрь 2021, 22:45

Предприятиеның үҫеш мөмкинлектәре ҡаралды

Леонид Алехин “Газпром нефтехим Салауат” нефть химияһы комплексының етәксеһе буласаҡ.

Предприятиеның үҫеш мөмкинлектәре ҡаралды
Предприятиеның үҫеш мөмкинлектәре ҡаралды

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Салауат ҡалаһында “РГД эшкәртеү Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең (“РусГазДобыча” йәмғиәтенең ярҙамсы компанияһы) яңы башҡарма директоры Леонид Алехин менән осрашты, ул “Газпром нефтехим Салауат” нефть химияһы комплексының етәксеһе буласаҡ. Уның менән “РусГазДобыча” компанияһының генераль директоры Константин Махов таныштырҙы.

Яҡтар “Газпром нефтехим Салауат” ҡала булдырыусы предприятиеһының үҫеш мөмкинлектәрен тикшерҙе, шулай уҡ республика менән берлектә уртаҡ проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙағы эшмәкәрлекте ҡараны. Быйыл майҙа “Газпром” менән “РусГазДобыча” компаниялары “Газпром нефтехим Салауат” нефть эшкәртеү комплексы менән идара итеүҙе “РГД эшкәртеү Салауат” компанияһына тапшырыу тураһында килешеү төҙөнө.

Константин Махов белдереүенсә, Салауат нефть химияһы комплексында ҙур модернизация алып барыла. Инвестиция проекты сиктәрендә былтыр сентябрҙә предприятиела водород етештереү буйынса ҡорамал эш башланы. Радий Хәбиров яңы комплексҡа стартты “Газ. Нефть. Технологиялар -2020” махсуслаштырылған майҙансығында биргәйне.

“Газпром нефтехим Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте – Рәсәйҙәге иң ҙур нефть химияһы предприятиеларының береһе, уға 1948 йылда нигеҙ һалынған. “Газпром” системаһына интеграцияланған. Бында тулы цикл углеводород сеймалы эшкәртелә, 130-ҙан ашыу тауар етештерелә. Шул уҡ ваҡытта сеймалды эшкәртеү тәрәнлеге 90 проценттан ашыу. 2021 йылдың туғыҙ айы һөҙөмтәһе буйынса предприятиела сәнәғәт етештереүе индексы 97,6 процент тәшкил иткән, был етештерелгән продукцияның ассортименты үҙгәреүе менән бәйле.

Леонид Степанович Алехин 1955 йылдың 14 октябрендә Һамар өлкәһенең Чапаев ҡалаһында тыуған. Киров исемендәге Ҡазан химия-технология институтын тамамлаған. Рәсәйҙең нефть химияһы предприятиелары комплексында төрлө вазифаларҙа эшләгән.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: