Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
2 Декабрь 2021, 16:00

Һыйырҙы кем һауыр?

Һауынсы апайҙарыбыҙ тиҙҙән эшһеҙ ҡалып бөтөр инде...

Һыйырҙы кем һауыр?
Һыйырҙы кем һауыр?

Башҡортостанда тағы ла бер һөт-тауар фермаһы һауыусы роботтар менән йыһазландырылды. Был юлы "ДеЛаваль" швед компанияһының ҡорамалдары Иглин районының "Агротех" предприятиеһында урынлаштырылды. Лизинг буйынса һатып алынған уңған робот-һауынсылар 42 миллион һумға барып баҫҡан. Аграр-сәнәғәт комплексының техник паркын яңыртыу буйынса республика программаһы ярҙамында ауыл хужалығы предприятиеһы сығымдарҙың яртыһына тиклемен ҡаплауға иҫәп тота ала.

“Агротех” предприятиеһының Ленин бүлексәһендә роботлаштырылған һауыу залын эшләтеп ебәреү мәлен барып күрҙек.

— Һөт һауыу роботтары юғары сифатлы продукция алырға ярҙам итә. Һыйырҙар һанын арттырмайынса, етештереүсәнлекте арттырыу – заман талабы. Бынан тыш, кешенән айырмалы рәүештә, роботтар хаталанмай, арымай. Бындай ҡорамалдар – ауыл хужалығының киләсәге. Һөт, ит һәм башҡа малсылыҡ продукттары етештереүҙе юғары етештереүсәнле итеү беҙҙең өсөн бик мөһим, – тине Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары-ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

“Агротех” ауыл хужалығы предприятиеһы Иглин районында иң ҙуры һанала. Бында меңдән ашыу һыйыр малы бар, шуның 500-ҙән ашыуы - һауын һыйыры. Хужалыҡ "айшир" тоҡомона өҫтөнлөк биргән. Биш малсылыҡ объекты бар. Шуларҙың береһе генә “500 ферма” программаһы буйынса төҙөлгән һәм әле төҙөкләндерелеп, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Хужалыҡ һуңғы йылдарҙа малсылыҡ объекттарын әүҙем яңырта, сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау өсөн республика бюджетынан субсидия ала. Әйтәйек, былтыр ғына яуаплылығы сикләнгән "Агротех" компанияһына был өлкәлә алты миллиондан ашыу дәүләт ярҙамы бүленгән.

– Ике робот һатып алыу һәм ҡуйыу – хужалыҡты яңыртыуҙың беренсе өлөшө генә, – ти “Агротех” компанияһы етәксеһе Камил Нафиҡов. – Артабан ҡорамалдарҙы, елләтеү, малсылыҡ бинаһын төҙөкләндереүҙе күҙ уңында тотабыҙ. Тағы ла ике һауыу роботы һатып алырға ниәтләйбеҙ, – ти ул.

Һыйырҙарға роботтарға өйрәнеүе әллә ни ауыр булмаясаҡ. Әлбиттә, тәүге һауын уларҙы әҙерәк аптыратты. Әммә киләсәктә роботтар һыйырҙарҙы көнөнә дүрт-алты тапҡыр һауасаҡ. Ҡоролмала лаборатория бар. Компьютер һыйырҙың күпме һөт биргәнен, уның сифатын, малдың һаулығын шунда уҡ “уҡый”.

Роботтар тәүлек әйләнәһенә дистанцияла эшләй. Һыйыр елендәрен йыуа, йыуынты һыу айырым канализация буйлап түгелә. Һөт сифатында норманан тыш тайпылыштар булғанда, икенсе феләктәргә йүнәлтелә. Ҡорамалдар ҙа ентекле итеп йыуҙырыла. Иң мөһиме – һөткә һауа тәьҫир итмәй, шуға бактериялар ҙа эләкмәй.

Роботлаштырылған һауыу техникаһында һөт ябыҡ циклда һауып алына. Һуңынан махсус датчиктар ярҙамында һыуытҡысҡа ебәрелә. Мал рационын төҙөүҙә, һөт сифатын тикшереүҙә һәм генетиканы көйләүҙә был роботлаштырылған һауын техникаһы иң ышаныслыһы тип һанала.

Республикала һауыу роботтары менән йыһазландырылған өсөнсө хужалыҡтың эше һөҙөмтәле буласағына шик юҡ. Әлеге мәлдә көн һайын 3,5 тонна һөт етештерһәләр, йыл аҙағына тиклем был һанды биш тоннаға еткерергә йыйыналар.

Автор фотолары.

 

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: