Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
3 Декабрь 2021, 19:00

116 эшҡыуарға - дәүләт ярҙамы

Социаль эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн грант алыусылар асыҡланды.

116 эшҡыуарға - дәүләт ярҙамы
116 эшҡыуарға - дәүләт ярҙамы

Быйыл 116 социаль эшҡыуар дәүләт ярҙамы аласаҡ. Был маҡсатта 2021 йылда федераль һәм төбәк бюджеттан 51 миллион һум бүленгән. Сара “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам  итеү” милли проекты ярҙамында мөмкин булған.

- Быйыл социаль эшҡыуарҙарға ярҙам итеү саралары исемлеге киңәйтелде. Айырым әйткәндә, Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы социаль өлкәләге проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн гранттар биреү тураһында башланғыс менән сығыш яһаны. Йүнселдәр был аҡсаны торлаҡ булмаған биналарҙы ҡуртымға алыуға һәм ремонтлауға, ҡоролмалар, кәрәкле материалдар һатып алыуға тотона ала, - ти республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов.

Грант күләме 100-ҙән 500 мең һумға тиклем. Ул финанслашыу шарттарында бирелә, йәғни гранттың 50 проценты – эшҡыуарҙың шәхси аҡсаһы.

Конкурсҡа бирелгән һәр ғариза мөһим социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә, граждандарҙың социаль йәһәттән яҡлауға мохтаж категорияһына, балалар үҫешенә, уларҙы абилитациялауға, халыҡҡа көнкүреш ярҙамы күрһәтеүгә, мәктәпкәсә һәм өҫтәмә белем биреүгә йүнәлтелгән.

Социаль предприятиелар эшҡыуарлыҡ буйынса милли проект сиктәрендә кәңәштән алып белем биреү һәм финансҡа тиклемге ярҙамдан файҙалана ала. Шулай итеп, 30 ноябрҙә йүнселдәр өсөн ике айлыҡ “Социаль проекттар акселераторы” курсы  тамамланған.

Фото: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53918

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: