Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
3 Декабрь 2021, 10:26

“Бурыстарын еренә еткереп үтәмәһәләр – хушлашабыҙ”

Ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын сығарыу өлкәһендә тәртип урынлаштырыла.

Айрат Нурмөхәмәтов.
Фото:Айрат Нурмөхәмәтов.

Быйыл экологик күҙәтеү барышында министрлыҡ белгестәре ер аҫты файҙалы ҡаҙылмаларын ҡулланыу өлкәһендә ҡануниәтте боҙоуҙың 234 осрағын теркәгән, шул иҫәптән 104 законһыҙ ҡаҙыу эштәре алып барыуҙы асыҡлаған.

Башҡортостан Хөкүмәте йортонда республика биләмәһендә ер аҫтын файҙаланыу өлкәһендә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса Ведомство-ара комиссияның сираттағы ултырышы үтте. Сарала Хәйбулла, Баймаҡ, Учалы, Әбйәлил райондары хакимиәт башлыҡтары, төрлө ведомство етәкселәре, ер аҫтын файҙаланыу өлкәһендә эшләгән ойошмалар вәкилдәре ҡатнашты. Сараны Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов һәм Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров алып барҙы.

Урал аръяғы райондары халҡы ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын эшкәртеү ваҡытында тирә-яҡ мө­хит­тең тәләфләнеүе, был эш менән шөғөлләнгән предприятиеларҙың зыян килтерелгәндән һуң, ерҙәрҙе төҙөкләндерергә ашыҡмауы тураһында күптән хафалана ине. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров вазифаға тәғәйенләнеүе менән халыҡ етәксегә мөрәжәғәт итте. Радий Фәрит улы шунда уҡ Баймаҡ, Учалы райондарына сығып, хәл менән танышты. Ер аҫтын файҙаланыу менән шөғөлләнгән предприятиеларҙы власть органдары һәм халыҡ әлегә тиклем закон нигеҙендә эшләргә саҡыра, төҙөкләндереү эшен йәнләндереү кәрәклеген белдерә. Әммә хәлде урынынан ҡуҙғатыу өсөн “түңәрәк өҫтәл” артына ултырып, һәр мәсьәләне айырым хәл итеү мәле етте. Быйыл 15 майҙа Баймаҡ районында үткән кәңәш­мәлә Радий Хәбиров был йүнә­лештә эшләгән ведомстволар, ер аҫты ҡаҙылмалары сығарған предприятие вәкилдәре алдында аныҡ һәм теүәл бурыстар ҡуйҙы. Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжә­ғәтна­мәһендә предприятиеларҙың экологияға зарар килтергәне өсөн финанс яуаплылығын арттырыуҙы күҙ уңында тотҡан закон ҡабул итеү бурысын ҡуйҙы. Рәсәй лидеры тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йәһәтенән ҡәтғи эш итергә саҡырҙы. Ул Росприроднадзор һәм башҡа контролләүсе органдар ҙа үҙҙәренә йөкмәтелгән бурыстарҙы еренә еткереп үтәргә тейешлеген билдәләне. Владимир Путиндың: “Тәбиғәт иҫәбенә килем алдың икән – артыңдан йыйыштырып та ҡуй”, – тигән һүҙҙәре ҡанатлыға әйләнде.

Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов ошо ете ай эсендә ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарына бәйле мәсьәләләр эҙмә-эҙлекле хәл ителеүен билдәләп үтте һәм Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы, Башнедра, Росприроднадзор, Баш­ҡортостандың Тәбиғәттән файҙа­ланыу һәм экология министрлығы менән берлектә байтаҡ мәсьәлә­ләрҙе хәл итеүгә өлгәштек тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

– Урал аръяғында экологтар штатын арттырҙыҡ. Хәҙер Сибай һәм Учалы ҡалаларында өҫтәмә ике­шәр белгес эшләй. Тиҙҙән маршейдерҙар ҡайтарыласаҡ, улар ярҙамында райондарҙа тикше­реүҙәр һөҙөмтәлерәк үтәсәк. Беҙҙең төп бурыс – урындағы халыҡты ишетеү һәм ризаһыҙлыҡтар булдырмау, тәбиғәткә килтерелгән зыянды кәметеү. Республиканың күпселек райондарында мәсьәлә ыңғай хәл ителеп килһә лә, Урал аръяғы райондарында көсөргәнеш тойола әле, бар көстө шул юҫыҡҡа борорға кәрәк.

Республика бары тик ғәҙел эшләргә әҙер ойошмалар менән хеҙмәттәшлек итәсәк. Ә үҙ бурыс­тарын еренә еткереп үтәмәгәндәр менән хушлашырға тейешбеҙ. Әлеге мәлдә, мәҫәлән, “Таналыҡ” һәм “Графское” ойошмаларының лицензияларын туҡтатыу буйынса эш бара. Уларҙың эшмәкәрлеге менән хоҡуҡ һаҡлау органдары ла, күҙәтеү органдары ла ҡыҙыҡһына, – тине Азат Бадранов.

Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров лицензия эйәләренең ер аҫты ҡаҙылмаларын ҡулланыу законлылығын, дөйөм файҙалы ҡаҙылмаларҙы законһыҙ сығарыу проблемаларының көн­үҙәк булып ҡалыуын билдәләне, ведомство-ара хеҙмәттәшлектең һөҙөмтәлелеге тураһында әйтеп үтте.

– Быйыл экологик күҙәтеү барышында министрлыҡ белгестәре ер аҫты файҙалы ҡаҙылмаларын файҙаланыу өлкәһендә ҡануниәтте боҙоуҙың 234 осрағын теркәгән, шул иҫәптән 104 законһыҙ ҡаҙыу эштә­ре алып барыу осрағын асыҡлаған.

Министрлыҡ был юҫыҡта хоҡуҡ боҙоу осраҡтарын асыҡлау буйынса әүҙем эш алып бара. Быйыл ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын сығарған мәлдә лицензияһы булған ойошмалар тарафынан 64-кә яҡын хоҡуҡ боҙоу орсағы асыҡланған. 70 тәртип боҙоусыға дөйөм алғанда 1,5 миллион һумлыҡ штраф һалына, улар административ яуаплылыҡҡа тарттырыла.

Әле ғәмәлдәге лицензиялар һаны – 359; ер аҫты һыуҙарына 1341 лицензия, дөйөм ҡулланы­лышта булған файҙалы ҡаҙылма­ларға 51 лицензия, урындағы әһәмиәткә эйә булған ер аҫты һыуҙарын файҙа­ланыуға 172 лицензия теркәлгән; 214 лицензияға үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр инде­рел­гән. Файҙалы ҡаҙылмаларға бирелгән 28 лицензия һәм ер аҫты һыуҙарын ҡулла­ныуға бирелгән 142 лицензия тартып алынған. Лицензияларҙы туҡ­татыуҙың һәм ғәмәлдән сыға­рыуҙың төп сәбәбе булып ҡаҙылма байлыҡтарҙы үҙләштереүҙең техник проекты шарттарына бәйле хоҡуҡ боҙоуҙар тора.

Бынан тыш, район хакимиәттәре менән социаль-иҡтисади киле­шеүҙәр­ҙең булмауы (8 лицензия), шулай уҡ ерҙе сәнәғәт етештереүе категорияһына индермәү лицен­зияларҙы туҡтатыуға хоҡуҡ бирә.

Йыл башынан ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтары менән эш итеү мә­лендә закон боҙоуҙарға юл ҡуймау сиктәрендә 992 рейд үткәрелә. Рейдтар прокуратура, Эске эштәр министрлығы, Урман хужалығы министрлығы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә үтә.

Күрелгән саралар һөҙөмтәһендә законһыҙ рәүештә ҡаҙылма байлыҡтарҙы сығарыуҙың 104 осрағы асыҡланған. 101 ғәйепле кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырыла, 4,07 миллион һум күлә­мен­дә штраф һалына, – тип ми­нистр­лыҡ атҡарған эштәр тура­һын­да һөйләне Урал Искәндәров.

Шулай уҡ министрлыҡта ғәмәл­дәге һәм ташландыҡ карьерҙар реестры булдырылған. Республикала ғәмәлдәге карьерҙар һаны 355, мелиорацияға дусар ителгәне – 96.

Бынан тыш, бөгөнгө көнгә дөйөм файҙалы ҡаҙылмалар етештереү һәм һатыу күләмен иҫәпкә алыуҙың Берҙәм республика автомат­лаштырылған мәғлүмәт системаһы тәртибе билдәләнгән. Унда ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын файҙала­ныуға лицензия алған ҡулланыу­сылар тураһында мәғлүмәт тупланған.

Росприроднадзорҙың Көньяҡ Урал төбәк-ара департаменты етәк­сеһе Роман Болотов әйте­үенсә, тик­шереү һөҙөмтәләре буйынса бер нисә ойошма лицензия талаптарын тупаҫ боҙған өсөн административ яуаплы­лыҡҡа тарттырыл­ған.

– Республика прокуратураһы “Таналыҡ” яуаплылығы сиклән­гән йәмғиәтенә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатҡан. “Таналыҡ”ҡа тәбиғәткә килтерелгән зыянды ҡаплатыу өсөн 604 864 250 һум сығым талап ителә. “Графское” ойошмаһы иһә 400000 һумлыҡ штраф түләргә тейеш. Ике ойошманың да хужаһы бер, уларҙың артабан лицензиялары туҡтатыласаҡ.

Ведомство-ара комиссия ултырышында Ҡырмыҫҡалы районында ҡом-таш сығарыу, Әбйәлил районында “Восток” яуаплылығы сик­ләнгән йәм­ғиәтенең эшмәкәрлеге тура­һында мәғлүмәт ҡаралды.

Ултырыш аҙағында Азат Бадранов бер нисә күрһәтмә бирҙе. Тәү сиратта ауыл советтарына бесәнлектәрҙе көйләү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды ул, сөнки бесәнлек сиктәре йыш ҡына лицензия бирелгән биләмә менән киҫешә, был урындағы халыҡтың ризаһыҙ­лығын тыуҙыра.

Шулай уҡ торлаҡ тораҡ пункттарынан файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу өсөн араны арттырыу мәсьәләһен дә хәл итергә кәрәк.

Ер аҫты ҡулланыусылары менән йәмәғәтселек араһындағы бәхәсле мәсьәләләрҙе хәл иткәндә йәмәғәт советтарын йәлеп итергә кәрәк. Был урындағы халыҡтың һорау­ҙа­рына ваҡытында яуап биреүҙән, ҡул­ланылған технологиялар тура­һын­да тулы мәғлүмәт биреүҙән ғибәрәт.

Сарала ер аҫты ҡаҙылма бай­лыҡ­тары сығарған ойошмалар менән халыҡ араһында аңлашып эшләү, социаль-иҡтисади йәһәттән ярҙам күрһәтеү, йәмәғәтселек ме­нән бәйләнештә булыуҙың әһә­миәт­ле булыуын йәнә бер тапҡыр билдәләп үттеләр. Халыҡ менән ара­лашҡанда төп талап – асыҡ мәғлү­мәт биреү һәм имеш-ми­мешкә юл ҡуймау.

 

Лилиә НУРЕТДИНОВА

Читайте нас: