Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
3 Декабрь 2021, 10:34

Һыйырҙы кем һауыр?

Һауынсы апайҙармы, әллә роботтармы...

Башҡортостанда тағы ла бер һөт-тауар фермаһы һауыусы роботтар менән йыһазландырылды. Был юлы “ДеЛаваль” швед компанияһының ҡорамалдары Иглин районының “Агротех” предприятиеһында урынлаштырылды. Лизинг буйынса һатып алынған уңған робот-һауынсылар 42 миллион һумға барып баҫҡан. Аграр-сәнәғәт комплексының техник паркын яңыртыу буйынса республика программаһы ярҙамында ауыл хужалығы предприятиеһы сығымдарҙың яртыһына тиклемен ҡаплауға иҫәп тота ала.

“Агротех” предприятиеһының Ленин бүлексәһендә роботлаштырылған һауыу залын эшләтеп ебәреү мәлен барып күрҙек.

— Роботтар юғары сифатлы һөт алырға ярҙам итә. Һыйырҙар һанын арттырмайынса, етештереүсәнлекте күтәреү – заман талабы. Бынан тыш, кешенән айырмалы рәүештә, роботтар хаталанмай, арымай. Бындай ҡорамалдар – ауыл хужалығының киләсәге. Һөт, ит һәм башҡа малсылыҡ продукттары сығарыуҙы юғары етештереүсәнле итеү беҙҙең өсөн бик мөһим, – тине Башҡортостан Респуб­ликаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

“Агротех” ауыл хужалығы предприятиеһы Иглин районында иң ҙуры һанала. Бында меңдән ашыу эре мөгөҙлө мал бар, шуларҙың 500-ҙән ашыуы – һауын һыйыры. Хужалыҡ айшир тоҡомона өҫтөнлөк биргән. Биш малсылыҡ объекты бар. Шуларҙың береһе генә “500 ферма” программаһы буйынса төҙөлгән һәм әле төҙөкләндерелеп, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Хужалыҡ һуңғы йылдарҙа малсылыҡ объекттарын әүҙем яңырта, сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау өсөн республика бюджетынан субсидия ала. Әйтәйек, былтыр ғына яуаплылығы сикләнгән “Агротех” компанияһына был өлкәлә 6 миллиондан ашыу дәүләт ярҙамы бүленгән.

– Ике робот һатып алыу һәм ҡуйыу – хужалыҡты модернизациялауҙың беренсе өлөшө генә, – ти “Агротех” компанияһы етәксеһе Камил Нафиҡов. – Артабан ҡорамалдарҙы, елләтеү, малсылыҡ бинаһын төҙөкләндереүҙе күҙ уңында тотабыҙ. Тағы ла ике һауыу роботы һатып алырға ниәтләйбеҙ, – ти ул.

Һыйырҙарға роботтарға өйрәнеүе әллә ни ауыр булмаясаҡ. Әлбиттә, тәүге һауын уларҙы әҙерәк аптыратты. Әммә киләсәктә роботтар һыйырҙарҙы көнөнә дүрт-алты тапҡыр һауасаҡ. Ҡоролмала лаборатория бар. Компьютер һыйырҙың күпме һөт биргәнен, уның сифатын, малдың һаулығын шунда уҡ “уҡый”.

Роботтар тәүлек әйләнәһенә дистанцион форматта эшләй. Һыйыр елендәрен йыуа, йыуынты һыу айырым канализация буйлап түгелә. Һөт сифатында норманан тыш тайпылыштар булғанда, икенсе феләктәргә йүнәлтелә. Ҡорамалдар ҙа ентекле итеп йыуҙырыла. Иң мөһиме – һөткә һауа тәьҫир итмәй, шуға бактериялар ҙа эләкмәй.

Роботлаштырылған һауыу техника­һында һөт ябыҡ циклда һауып алына. Һуңынан махсус датчиктар ярҙамында һыуытҡысҡа ебәрелә. Мал рационын төҙөүҙә, һөт сифатын тикшереүҙә һәм генетиканы көйләүҙә был робот­лаштырылған һауын техникаһы иң ышаныслыһы тип һанала.

Республикала һауыу роботтары менән йыһазландырылған өсөнсө хужалыҡтың эше һөҙөмтәле буласағына шик юҡ. Әлеге мәлдә көн һайын 3,5 тонна һөт етештерһәләр, йыл аҙағына тиклем был һанды 5 тоннаға еткерергә йыйыналар.

 

* Башҡортостанда йыл башынан 700 мең тонна һөт етештерелгән.

* Был былтырғы күрһәткестән 25 мең тоннаға күберәк, тип хәбәр итәләр Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығынан.

* Йыл башынан саҡмағоштар 59,3 мең тонна һөт етештергән, был уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 3,4 мең тоннаға күберәк. Шул уҡ ваҡытта һөттөң тулайым уңышын Илеш һәм Йәрмәкәй райондарында 7,4 һәм 7,5 мең тоннаға еткергәндәр.

* Башҡортостанда һуңғы бер нисә йыл рәттән һөт етештереү күләме арта бара. Белгестәр быны ҙур мал комплекстарын сафҡа индереү менән аңлата.

Лилиә НУРЕТДИНОВА.

Читайте нас: