Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Декабрь 2021, 14:00

Алданған өлөшсөләр ике тапҡырға кәмегән

Быйыл алданған өлөшсөләр һаны ете меңдән 3900-ға тиклем еткән. 

Алданған өлөшсөләр ике тапҡырға кәмегән
Алданған өлөшсөләр ике тапҡырға кәмегән

Бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә һәйбәт яңылыҡ билдәле булды. Башҡортостанда алданған өлөшсөләр һаны ике тапҡырға тиерлек кәмегән. Был турала төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин белдерҙе.

– Быйыл алданған өлөшсөләр ете меңдән 3900-ға тиклем кәмене. Йыл дауамында 22 проблемалы объект буйынса мәсьәлә хәл ителде, – тине ул.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ил Президенты Владимир Путиндың был мәсьәләгә бәйле йөкләмәләрен 2024 йылға тиклем хәл итергә кәрәк тине. Уныңса, әгәр артабан да ошондай темптар менән эш барһа, төбәктә алданған өлөшсөләр проблемаһы билдәләнгән ваҡыттан алдараҡ хәл ителәсәк.

Фото: m.123ru.net

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: