Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Декабрь 2021, 23:00

Башҡортостан делегацияһы - Беларусь Республикаһында

Рәсми эш сәфәрендә кемдәр менән осрашыуҙар көтөлә?

Башҡортостан делегацияһы - Беларусь Республикаһында
Башҡортостан делегацияһы - Беларусь Республикаһында

Бөгөн, 6 декабрҙә, төбәк етәксеһе Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы рәсми эш сәфәре менән Беларусь Республикаһына барып етте.

Сәфәрҙең маҡсаты – ике арала власть органдары менән бизнестың нефть химияһы, машиналар, станоктар эшләү, ауыл хужалығы тармаҡтарында бәйләнештәрҙе киңәйтеү, тауар әйләнешен арттырыу, предприятиелар араһында сәнәғәт кооперацияһын киңәйтеү, бергә күргәҙмә-йәрминкә сараларында ҡатнашыу, төбәк-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу.

Беларусь Республикаһында етештерелгән ауыл хужалығы техникаһын алыу, шулай уҡ үҙебеҙҙәге предприятиелар тауарҙарын уларға һатыу мөмкинлектәре тикшереләсәк.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Беларусь Президенты Александр Лукашенко, илдең Премьер-министры Роман Головченко һәм Рәсәйҙең Беларусь Республикаһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Евгений Лукьянов менән осрашасаҡ.

Сәфәр барышында ике аралағы хеҙмәттәшлек буйынса эш төркөмө ултырышы, төбәктең инвестиция һәм иҡтисади мөмкинлектәрен презентациялау, Беларусь Республикаһында Башҡортостан вәкиллегенең Конгресс-бюроһын асыу планлаштырыла. Делегация ағзалары урындағы эре предприятиеларҙа буласаҡ.

Башҡортостандың бизнес-миссияһына 50-нән ашыу компания ингән. Улар араһында – “Башҡортостан сода компанияһы”, “Башхим”, “Автонормаль” Бәләбәй заводы”, “Авангард”, “Салауатбыяла”, “Башинформсвязь”, “Стеклонит”, “Искож” бар. Республиканың бәләкәй һәм урта эшҡыуарлығын “ЕСМ”, “Станкомонтаж”, “ХРС-Экспорт”, “Уралинвест”, “Альтернатива экспресс”, “Башлессервис” һәм башҡа предприятиелар тәҡдим итә.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: