Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Декабрь 2021, 18:30

Күрһәткестәр ҡыуандыра

Дарыу, ҡағыҙ, йыһаздар, металл әйберҙәр, автотранспорт саралары етештереү кеүек йүнәлештәр юғары үҫеш темпы күрһәткән.

Күрһәткестәр ҡыуандыра
Күрһәткестәр ҡыуандыра

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2021 йылдың туғыҙ айы буйынса төп социаль-иҡтисади үҫеш күрһәткестәре менән таныштырҙы.

Сәнәғәт етештереүе индексы ғинуар - октябрь айында 104,5 процент тәшкил иткән. Дарыу, ҡағыҙ, йыһаздар, металл әйберҙәр, автотранспорт саралары етештереү кеүек йүнәлештәр юғары үҫеш темпы күрһәткән.

Торлаҡты сафҡа индереү буйынса ла төбәктә ыңғай динамика күҙәтелә: үҫеш - 22,1 процент.

– Республикала алданған өлөшсөләр менән эш ыңғай бара. Быйыл уларҙың өс меңдән ашыуының хоҡуғын тергеҙә алдыҡ. Ошондай темп менән барһаҡ, 2024 йылға тиклем Владимир Путиндың йөкләмәләрен хәл итәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров.

Шулай уҡ төбәк етәксеһе белдереүенсә, туғыҙ ай эсендә иҡтисадҡа инвестициялар күләме индексы 103,6 процент тәшкил иткән.

– Беҙҙә инвестиция эшмәкәрлегенә бәйле бер ни тиклем хәүеф бар ине, тик эш һөҙөмтәһе шуны күрһәтә: 2021 йылды уңышлы тамамлаясаҡбыҙ, – тине Радий Фәрит улы.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: