Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Декабрь 2021, 21:15

Яңы резидент Благовещенда завод төҙөргә ниәтләй

Проектты 2021 – 2027 йылдарҙа тормошҡа ашырыу планлаштырыла.

Яңы резидент Благовещенда завод төҙөргә ниәтләй
Яңы резидент Благовещенда завод төҙөргә ниәтләй

Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы “Башҡортостан Сәнәғәт Холдингы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденттары реестрына индерҙе. Компания Благовещен ҡалаһында ярымфабрикаттар етештереү заводы төҙөүгә 668 миллион һум аҡса йүнәлтергә ниәтләй. Был ярымфабрикаттар артабан кабель-үткәргестәр продукцияһы сығарыу өсөн нигеҙ буласаҡ.

– Проектты тормошҡа ашырыу 2030 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһына һәм төбәктәге социаль-иҡтисади үҫештең стратегик йүнәлештәренә тап килә. Тап ошондай продукцияны һайлау республикала сәнәғәт етештереүен әүҙемләштереүгә булышлыҡ итәсәк. Кабель-үткәргестәр продукцияһы ҙур сәнәғәт һәм инфраструктура объекттарын төҙөүҙә һәм моденизациялауҙа ҡулланыла ала, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.

Уның әйтеүенсә, инвестиция проекты Башҡортостанда инвестиция күләмен арттырыуға, моноҡаланы һәм “Благовещен” йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһен үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк, яңы эш урындары булдырыу мөмкинлеген бирәсәк һәм төбәк бюджетына өҫтәмә һалым керемен тәьмин итәсәк.

– Инвестор инвестицияның төп өлөшөн тулы етештереү циклын тәьмин итеү өсөн энергияны һаҡсыл тотонған заманса сит ил ҡорамалдарын һатып алыуға йүнәлтергә ниәтләй. Проектты 2021 – 2027 йылдарҙа тормошҡа ашырыу планлаштырыла. Предприятиела 40 кеше эшкә урынлаштырыласаҡ, – тине иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры урынбаҫары Екатерина Кликунова.

Проект инициаторы яңы сәнәғәт объекттары төҙөү, етештереү ҡеүәтен арттырыу, ҡатнаш производстволар асыу һәм продукция сығарыуҙың тулы циклын ойоштороу иҫәбенә етештереү майҙанын киңәйтеүҙе күҙ уңында тота.

Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53945

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53945

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: