Иҡтисад
6 Декабрь 2021, 16:30

"Һөйләшәһе һүҙҙәр күп, үҙ-ара мөнәсәбәтте нығытыр кәрәк"

Беларусь Республикаһына сәфәрҙә республиканан 40-тан ашыу компания вәкилдәре ҡатнашасаҡ.

"Һөйләшәһе һүҙҙәр күп, үҙ-ара мөнәсәбәтте нығытыр кәрәк""Һөйләшәһе һүҙҙәр күп, үҙ-ара мөнәсәбәтте нығытыр кәрәк"
"Һөйләшәһе һүҙҙәр күп, үҙ-ара мөнәсәбәтте нығытыр кәрәк"

7-9 декабрҙә Башҡортостандың рәсми делегацияһы эш сәфәре менән Беларусь Республикаһында буласаҡ. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.

– Унда бай программа көтә. Беларусь беҙҙең өсөн мөһим иҡтисади партнер, машиналар һәм станоктар эшләү, ауыл хужалығы тармағы буйынса тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Һөйләшәһе һүҙҙәр күп, үҙ-ара мөнәсәбәтте нығытыр кәрәк, – тине Радий Фәрит улы.

Сәфәрҙә республиканан 40-тан ашыу ойошма ҡатнашасаҡ. Улар араһында Башҡортостан сода компанияһы, “Башхим”, “Автонормаль” Бәләбәй заводы, “Салауатбыяла”, “Башинформсвязь”, “Стеклонит”, “Искож” һәм башҡалар бар.

– Беларусь Республикаһы - электән үк ышаныслы партнерыбыҙ, беҙ 20 йыл дауамында иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Уларға нефть химияһы, сәнәғәт, ауыл хужалығы ла инә. Башҡортостандың был ил менән тышҡы сауҙа мөнәсәбәттәрен үҫтереүҙә ҙур мөмкинлектәре бар, – тине республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

Беҙҙең эшҡыуарҙар Беларустағы коллегалары менән ауыл хужалығы, уларҙа етештерелгән ошо тармаҡ техникаһын алыу, бергә күргәҙмә-йәрминкәләрҙә ҡатнашыу һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлек тураһында һөйләшәсәк. b2b форматында эшлекле һөйләшеүҙәр алып барыу күҙаллана.

7 декабрҙә эшлекле даирәләр Башҡортостандың иҡтисади һәм инвестиция мөмкинлектәрен күрһәтеүҙә ҡатнашасаҡ.

2020 йыл йомғаҡтары буйынса Беларусь тышҡы сауҙа әйләнеше буйынса дүртенсе урында тора һәм 7,0 процент тәшкил итә. 2021 йылдың ғинуар - сентябрендә тышҡы сауҙа әйләнеше 217,2 миллион АҠШ доллары тәшкил иткән. Уның 134,7 миллион доллары – экспорт һәм 82,5 миллион доллары импорт өлөшөнә тура килә.

Экспорт башлыса химия тауарҙары, каучук, минераль тауарҙар, металдар һәм уларҙан әйберҙәр, аҙыҡ-үлек тауарҙары һәм сеймал, машина эшләү һәм башҡа тауарҙарҙан тора. Импорт өлөшөнә машиналар эшләү тауарҙары, химия, текстиль, кейем-һалым, аяҡ кейемдәре, ағас, ҡағыҙ, металл, аҙыҡ-түлек тура килә.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас