Иҡтисад
7 Декабрь 2021, 17:15

Беҙ - һеҙгә, һеҙ беҙгә кәрәк

Минск ҡалаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Беларусь Республикаһы Премьер-министры Роман Головченко осрашты.

Беҙ - һеҙгә, һеҙ беҙгә кәрәкБеҙ - һеҙгә, һеҙ беҙгә кәрәк
Беҙ - һеҙгә, һеҙ беҙгә кәрәк

Бөгөн Минск ҡалаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Беларусь Республикаһы Премьер-министры Роман Головченко осрашты. Көн тәртибендә – сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлекте нығытыу мөмкинлектәре.

– Беларусь санкцияларға ҡаршы тороу йәһәтенән Рәсәйҙең ярҙамын тоя һәм ил төбәктәре менән хеҙмәттәшлек итеүҙе тышҡы сәйәсәттең өҫтөнлөклө йүнәлеше итеп күрә. Был - һөҙөмтәле сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлектең нигеҙе, ул шулай уҡ илдәребеҙ араһындағы туғандарса мөнәсәбәттәрҙе лә нығыта, – тине Роман Головченко. – Башҡортостан – беҙҙең Рәсәйҙәге төп сауҙа партнерҙарыбыҙҙың береһе. Республиканың үҫешкән сәнәғәте, ғилми-техник һәм аграр мөмкинлектәре ҙур. Шуға күрә һеҙҙең килеүегеҙ бик файҙалы булыр, хеҙмәттәшлекте нығытыр тип ышанам.

Беларусь Республикаһының Премьер-министры белдереүенсә, Минскиҙа Башҡортостандың Конгресс-бюроһы вәкиллеген асыу сауҙа күләмен арттырыу өсөн өҫтәмә этәргес бирәсәк. Шулай уҡ ул ҡайһы бер йүнәлештәр буйынса эште әүҙемләштерергә тәҡдим итте.

– Беренсеһе – сәнәғәт предприятиеларының махсус һәм йөк техникаһын ҡайтарыуҙа кооперация хеҙмәттәшлеген киңәйтеү. Икенсеһе – ауыл хужалығы комплексы тармағында бергә эш итеү, Башҡортостандың агросәнәғәт комплексын техник модернизациялауҙа ҡатнашыу. Өсөнсөһө - нефть химияһы тармағында хеҙмәттәшлекте киңәйтеү. Тағы бер йүнәлеш – төҙөлөш тармағы. Беҙҙең яҡшы мөмкинлектәр һәм беларус төҙөүселәренең Рәсәй төбәктәрендә уңышлы эшләү тәжрибәһе бар. Шулай уҡ юл төҙөлөшөн үҫтереүҙе ҡарарға була. Юлдарҙы тулыһынса төҙөп биреүҙе тәҡдим итә алабыҙ, – тине ул.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йылы ҡабул иткәндәре өсөн рәхмәт әйтте.

– Беҙҙе бик матур ҡаршы алдығыҙ, беренсе көндән эш башланды. Ҙур делегация менән килдек, 40 самаһы предприятие етәксеһе бында. Улар Беларусь компаниялары менән һөйләшеүҙәр алып бара. Был беҙҙең мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүгә яңы этәргес бирәсәк, – тине Радий Хәбиров. – Башҡортостан менән Беларусь араһындағы хеҙмәттәшлекте үҫтереү мәсьәләһе буйынса эш төркөмө лә һөҙөмтәләргә өлгәшә. Был бик файҙалы алым. Беҙҙең сәфәр емешле үтер тип ышанам. Республикалар араһындағы сауҙа әйләнешен үҫтереү өсөн бөтөн мөмкинлектәребеҙ бар.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас