Иҡтисад
7 Декабрь 2021, 18:50

Беларустар беҙҙең мөмкинлектәрҙе күрҙе

"Ике республика предприятиелары араһында эшмәкәрлектең киңәйеүе шатландыра. Партнерҙарыбыҙға төрлө яҡлап ярҙам күрһәтергә әҙербеҙ".

Беларустар беҙҙең мөмкинлектәрҙе күрҙеБеларустар беҙҙең мөмкинлектәрҙе күрҙе
Беларустар беҙҙең мөмкинлектәрҙе күрҙе

Бөгөн Минск ҡалаһында Башҡортостан делегацияһының рәсми сәфәре барышында төбәктең инвестиция һәм иҡтисади мөмкинлектәре презентацияланды. Сарала дәүләт власы органдары етәкселәре, иҡтисадты, эшҡыуарлыҡты үҫтереү институттары белгестәре, бизнесмендар һәм ҙур компаниялар вәкилдәре ҡатнашты.

Исем туйында ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сәләмләне.

– Беларусь - республикабыҙ өсөн бик яҡын, туғандаш дәүләт. Беҙ дуҫлыҡтың ҡәҙерен беләбеҙ, уның тағы ла нығыныуын теләйбеҙ. Башҡортостан менән эшлекле бәйләнештәр булдырырға, уңышлы бизнес алып барырға була, – тине Радий Хәбиров. – Ике республика предприятиелары араһында эшмәкәрлектең киңәйеүе шатландыра. Партнерҙарыбыҙға төрлө яҡлап ярҙам күрһәтергә әҙербеҙ.

Башҡортостан менән Беларусь араһындағы хеҙмәттәшлекте нығытыуға шәхси өлөш индергән өсөн төбәк башлығы Дуҫлыҡ ордены менән Беларусь нефть һәм химия буйынса дәүләт концерны рәйесе Андрей Рыбаковты, Беларусь Республикаһының Рәсәйҙәге вәкиллегенең Өфө бүлексәһе етәксеһе Артур Карповичты бүләкләне.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров төбәктең инвестиция һәм иҡтисади мөмкинлектәре тураһында сығыш яһаны. Уның белдереүенсә, республиканың ышаныслы партнер тигән исеме бар. Эшлекле мөхит, йүнселдәр өсөн уңайлылыҡтар кимәле буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә алдынғы төбәктәр иҫәбендә.

– Беҙ донъяның 122 иле менән сауҙа-иҡтисади бәйләнештәр алып барабыҙ. Республиканың уҙған йылдағы тышҡы сауҙа әйләнеше күләме 4,1 миллиард доллар тәшкил итте, – тине Премьер-министр.

Андрей Назаров белдереүенсә, төбәк иҡтисады күп тармаҡлы, юғары диверсификация кимәлле. Мөһим ролде сәнәғәт секторы уйнай. 2020 йыл йомғаҡтары буйынса республика илдең сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәлелеге рейтингында беренсе урынды яуланы.

– Беҙҙә етештереү эшен асҡан предприятиелар өсөн ташламалы һалым һәм инфраструктура кешбэгы ғәмәлдә. Мәҫәлән, завод төҙөлһә, юлдар, газ һәм электр үткәреү сығымдарының 50 процентҡа тиклемен ҡайтарабыҙ. Заманса етештереү предприятиеһын урынлаштырыу өсөн ташламалы шарттарҙа ер участкалары бирәбеҙ, – тине Андрей Назаров. – Бәләбәй, Белорет, Благовещен, Күмертау, Нефтекама ҡалаларының йылдам үҫеш биләмәһе тигән махсус статусы бар. Уларҙа инвесторҙар өсөн өҫтәмә ташламалар ҡаралған.

Шулай уҡ Премьер-министр “Алға” махсус иҡтисади зонаһы һәм уның өҫтөнлөктәре тураһында һөйләне. Мәҫәлән, уның резиденттары милеккә, транспортҡа, ергә һалым түләүҙән азат ителә.

– Беҙ илдә йылдар буйы төҙөлгән сауҙа бәйләнештәрен һаҡлау өсөн бер ҡайҙа ла булмаған аҙымдарға барған берҙән-бер төбәкбеҙ. Былтыр тышҡы сауҙаға ярҙам итеү өсөн өс пакет финанс саралары тормошҡа ашырылды. Был логистикаға, сертификацияға субсидиялар һәм экспорт кешбэгы, – тине ул.

Премьер-министр, нефть газы тармағын үҫтереү ҙә - өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе, тип билдәләне. Республиканың инновациялар тармағындағы уңыштары тураһында ла әйтте. Мәҫәлән, беҙҙә пилотһыҙ авиацияны үҫтереү бара һәм был эш үҫешәсәк. Шулай уҡ Башҡортостан агросәнәғәт комплексы, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, туризм тармаҡтарында уртаҡ проектарҙы тормошҡа ашырырға әҙер.

Презентация һуңында Андрей Назаров урындағы бизнесмендарҙы быйыл Өфөлә 15-17 декабрҙә үтәсәк Халыҡ-ара бизнес аҙналығында ҡатнашырға саҡырҙы.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас