Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
7 Декабрь 2021, 20:45

Хеҙмәттәшлектең юлдары күп

Осрашыуҙың тәүге йомғаҡтары ниндәй?

Хеҙмәттәшлектең юлдары күп
Хеҙмәттәшлектең юлдары күп

Бөгөн Минск ҡалаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Беларусь Президенты Александр Лукашенко осрашты тип хәбәр иткәйнек. Был аралашыуҙан һуң төбәгебеҙ етәксеһе урындағы журналистар менән осрашып, уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

Иң тәүҙә унан осрашыуҙың тәүге йомғаҡтары тураһында һоранылар.

– Президент менән беҙ хеҙмәттәшлек йомғаҡтары тураһында һөйләштек, сөнки ул электән килә. Уның нигеҙе булған һуңғы мөһим килешеүҙәрҙең береһе – 1999 йылда төҙөлгән сауҙа-иҡтисади, ғилми-техник һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеү.

Беҙҙең мөнәсәбәттәр яҡшы. Бында бушҡа ғына ҙур делегация менән килмәнек – 40 самаһы предприятие етәксеһе. Беҙҙең министрҙар һәм компания етәкселәре бер-береһен яҡшы белә. Был етди хеҙмәттәшлек тураһында һөйләй.

Әлбиттә, пандемия һәм уға бәйле иҡтисади эҙемтәләр сауҙа әйләнешенә кире йоғонто яһаны. Шуға күрә Беларусь Президенты беҙгә пандемияға тиклемге күрһәткестәргә ҡайтырға кәрәк тип тәҡдим итте. Дөйөм алғанда, арала сауҙа әйләнеше ҙур, Беларусь беҙҙең партнерҙар араһында дүртенсе урында, – тине республика Башлығы.

Радий Фәрит улы белдереүенсә, улар ауыл хужалығы һәм ауыл хужалығы техникаһы тармағындағы хеҙмәттәшлек тураһында һөйләшкән. Шулай уҡ машиналар эшләү, коммуналь техника тәңгәлендә лә һүҙ булған.

– Осрашыу бик йылы үтте. Беҙҙә беларустар татыу йәшәй, тинем. Улар беҙгә йөҙ йыл самаһы элек күсеп килгән һәм Башҡортостанда икенсе тыуған илен тапҡан. Шул уҡ ваҡытта үҙ илдәре менән дә рухи бәйләнештәре бар. Беҙ уларға һәр саҡ ярҙам итәбеҙ, – тине Радий Фәрит улы.

Унан, һеҙ Беларусь Республикаһында беренсе тапҡырмы, тип һоранылар. Тәьҫораттары менән уртаҡлашыуын үтенделәр.

– Юҡ, беренсе тапҡыр түгел. Ғаиләм менән биш йыл элек килгәйнем. Минск – үҙенсәлекле, матур ҡала. Бик яҡшы кешеләр йәшәй, аш-һыуы тәмле.

Илдәребеҙҙең бәйләнеше бик тығыҙ. Һеҙҙәге хәлдәрҙе бик борсолоп, шулай уҡ өмөт менән күҙәттек. Беларусь халҡы аяғында ныҡ баҫып торор тип ышандыҡ. Һеҙ ауыр осор кисерҙегеҙ, беҙ, кәрәк булһа, ярҙам итергә әҙер инек.

Ошондай ваҡытта мөнәсәбәттәрҙе туҡтатманыҡ. Делегациялар үҙ-ара йөрөшөп торҙо. Беҙ Беларусты бик яратабыҙ, – тине Радий Хәбиров.

– Пандемия ике аралағы хеҙмәттәшлеккә йоғонто яһанымы? – тип һораны хәбәрсе.

– Коронавирус ҡасан да булһа китәсәк. Беҙ уның менән көрәшергә өйрәндек, вакцинация кимәле ҙур. Хеҙмәттәшлек буйынса шулай уйлайбыҙ: әгәр хәҙер ваҡытты ысҡындырһаҡ, башҡалар беҙҙән алда йүгерәсәк. Шуға күрә бында килеү үтә мөһим ине. Сәфәребеҙ исем өсөн түгел, ул бик эшлекле. Беҙ бер түгел, өс көнгә килдек. Ул ике яҡ өсөн дә файҙалы булыр тип ышанабыҙ, – тине Радий Фәрит улы.

Шулай уҡ ул Александр Лукашенконы 2024 йылда Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына саҡырыуы тураһында әйтте.

Санкциялар тураһында ла һорау бирелде. Журналистар белдереүенсә, әле Беларусь санкция баҫымы кисерә. Һәм уларҙы бындай шарттарҙа илдәрҙең нисек һөҙөмтәле эшләй алыуы ҡыҙыҡһындыра.

– Санкцияларҙан бер Беларусь ҡына зыян күрмәй. Рәсәйҙең күп предприятиелары шулай уҡ сикләүҙәр аҫтында. Әммә беҙ ошо шарттарҙа ла эшләргә өйрәндек, шул иҫәптән Ҡырым предприятиелары менән дә. Минеңсә, бында айыҡ иҫәп, дөрөҫ техник фекер йөрөтөү, төрлө ҡарарҙар таба белеү кәрәк. Башҡортостандың ауыл хужалығына бәйле иһә санкцияларға рәхмәт әйтә алам: улар арҡаһында беҙҙең агросәнәғәт комплексы алға китте. Ҡыҫҡаһы, бындай шарттарҙа ла файҙалы эшләргә була.

Санкциялар арҡаһында сәнәғәт кооперацияһы ла үҫәсәк. Мәҫәлән, “Башсельхозтехника” предприятиеһы тәгәрмәсле тракторҙар йыя. Ә беҙгә гусеницалылары ла кәрәк. Был йәһәттән, килешеү килеп сыҡһа, уларҙы беҙҙең республикала йыйыу мөмкинлеге ҡараласаҡ. Был ике яҡ өсөн дә файҙалы һәм ҡыҙыҡ. Шулай уҡ Күмертау вертолеттары менән беларустарҙың “Пилотһыҙ вертолеттары” конструктор бюроһы менән дә файҙалы нәмәләр сығарып буласаҡ.

Радий Хәбиров сәнәғәт өлкәһендәге тағы бер нисә хеҙмәттәшлек тураһында һөйләне:

– Беҙҙең менән бында бөтә тармаҡ министрҙары ла килде. Транспорт һәм юл хужалығы министры инде икенсе көн эшләй. Беҙҙе һеҙҙең трамвайҙарығыҙ ҡыҙыҡһындыра, сөнки улар матур һәм зауыҡлы. Береһен алып, уны өлөштәргә бүлергә һәм ниндәй деталдәрен кем етештерә алырын ҡарарға тип һөйләштек. Был үҫеш өсөн һәйбәт.

Электробустарға килгәндә, шуны әйтәм: һәр хеҙмәттәшлек дәғүәселекте күҙ уңында тота. Әле Мәскәү буйлап йөрөгән электробустар беҙҙең Нефтекамала етештерелә. Был йәһәттән конкуренттар булып сығабыҙ.

Троллейбустар буйынса беҙгә Беларусь предприятиелары ярҙам итте, сөнки үҙебеҙҙең бындай предприятиебыҙ иҫке. Ауыр йылдарҙа ул эшләүҙән туҡтаны, ә хәҙер йәш етәкселәре тергеҙергә тырыша. Был эштең беренсе этабын тап беларус предприятиелары ярҙамында башҡарабыҙ. Минеңсә, был заводтар артабан да бергә эшләр, ниндәй деталдәр беҙҙә, ниндәйе һеҙҙә эшләнгәнен билдәләр.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: