

7 декабрҙә Минск ҡалаһында Радий Хәбиров Беларусь Республикаһында Башҡортостандың Конгресс-бюроһы вәкиллеге офисын асыу тантанаһында ҡатнашты. Ул Мясников урамындағы бизнес-үҙәк биләмәһендә урынлашты.
Офистың эшмәкәрлеге уртаҡ проекттарға инвестициялар йәлеп итеүгә булышлыҡ күрһәтеү, шулай уҡ халыҡ-ара баҙарҙарҙа Башҡортостан менән Беларусты алға ебәреүгә ҡороласаҡ.
Радий Хәбиров урындағы етәкселеккә һәм Рәсәйҙең Сауҙа вәкиллегенә офисты булдырыуҙа ярҙамы өсөн рәхмәт әйтте, уның белгестәренә уңышлы эш теләне.
– Ике ай элек ошондай уҡ офисты Ҡаҙағстанда асҡайныҡ, – тине Радий Хәбиров. – Беларусь Республикаһы шулай уҡ Башҡортостан өсөн ышаныслы стратегик партнерҙарҙың береһе булып тора. Шуға күрә ике яҡ өсөн дә файҙалы хеҙмәттәшлекте нығытыу өсөн яңы ҡоралдар булдырабыҙ. Офистың эшмәкәрлеге һуңғы республикаларыбыҙ халҡы файҙаһына булыр тип ышанам.
Бында Башҡортостандың Конгресс-бюроһы менән Беларустың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Белешмә өсөн.
“Башҡортостандың Конгресс-бюроһы” ойошмаһы – коммерцияға ҡарамаған ойошма, ул республика Хөкүмәте башланғысы менән 2017 йылда булдырылған. Төп маҡсаты – Башҡортостанды конгресс-күргәҙмә һәм эшлекле туризм йүнәлешендә популярлаштырыу. Быға тиклем ошондай офистар Австрия, Ҡаҙағстан һәм Төркиәлә асылғайны.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.