

8 – 11 декабрҙә Өфөлә гастрономия фестивале уҙғарыла.
8 декабрҙә 10.30 сәғәттә – матбуғат сараһы, 12-лә "Nesterov Plaza" ҡунаҡханаһында “Туристик инфраструктурала Рәсәй төбәк кухняһы” проект-уҡыу лабораторияһы оҫталыҡ кластары серияһы форматында үткәрелә. Был сара Рәсәйҙең Туризм буйынса федераль агентлығының II “Гастрономия туризмы” форум-фестиваленә ярашлы уҙғарыла. Проект-лаборатория эшен “Рәсәйҙең гастрономия картаһы” авторы-методисы һәм етәксеһе Екатерина Шаповалова алып бара.
Сарала Туризм буйынса федераль агентлыҡ, республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты, Ауыл хужалығы, Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлыҡтары вәкилдәре һәм башҡалар ҡатнаша.
Фото: Ауыл хужалығы министрлығы.