

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, “Мята” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә ер майҙанын ҡуртымға сауҙалашыу үтмәйенсә генә биреү тураһындағы ҡарар раҫланды.
Был компания юл буйы сервисы объектын төҙөү буйынса масштаблы проектты тормошҡа ашыра.
“Әле ошо юл буйы биләмәһендә заманса сервис объекттары төҙөү зарурлығы бар. Компания проектҡа 60 миллион һум тотонасаҡ, 25 яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк”, – ти Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.
Комплекс ҡунаҡхана, кафе, йөк һәм еңел автомобилдәр өсөн туҡталҡаны үҙ эсенә аласаҡ. Объектты Күмертау ҡалаһы янында Өфө – Күмертау автомобиль юлының 233-сө километрында төҙөү планлаштырыла.
Проектҡа, Сауҙа һәм хеҙмәтләндереү министрлығынан тыш, төбәктең Үҫеш корпорацияһы булышлыҡ ҡыла.
“Беҙҙең команда, “бер тәҙрә” режимында эшләп, инвесторҙарға комплекслы ярҙам күрһәтә. Корпорацияның бурысы – төбәктә бизнес менән шөғөлләнеүҙе мөмкин тиклем уңайлыраҡ итеү. Шуға күрә үҙ проектын Башҡортостанда тормошҡа ашырыу менән ҡыҙыҡһынған һәр инвестор беҙҙең яҡтан төрлө ярҙам буласағына ышана ала”, – ти Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы генераль директоры Наил Ғәббәсов.
Объект милли айдентиканы ҡулланып төҙөләсәк.
Бөгөн Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығында 61 инвесторҙың дөйөм инвестиция күләме 7,9 миллиард һум самаһы булған 76 проекты ҡарала.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53957