Иҡтисад
8 Декабрь 2021, 17:30

"Беҙ бер урында тормайбыҙ"

Башҡортостан даими рәүештә яңы партнерҙар эҙләй.

"Беҙ бер урында тормайбыҙ""Беҙ бер урында тормайбыҙ"
"Беҙ бер урында тормайбыҙ"

Бөгөн Беларусь Республикаһына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров илдең ауыл хужалығы министры Иван Крупко менән “Озерицкий-Агро” ауыл хужалығы предприятиеһында булды һәм ике республиканың ауыл хужалығы сәнәғәте комплексы тармағындағы хеҙмәттәшлеге мөмкинлектәрен тикшерҙе.

“Озерицкий-Агро” асыҡ акционерҙар йәмғиәте – Беларусь Республикаһының Смолевичск районындағы иң ҙур агросәнәғәт предприятиеһы. Уны 2005 йылда алты ауыл хужалығы кооперативы нигеҙендә булдырғандар. Компания директоры Нина Железнова һөйләүенсә, предприятие һөт, ит, иген, картуф, асыҡ һәм ябыҡ грунт йәшелсәләре, шулай уҡ юғары сифатлы мал аҙығы етештерә. Бында 500 самаһы кеше эшләй.

Иван Крупко белдереүенсә, белорус аграрийҙарын үҫемлекселек, малсылыҡ тармаҡтарындағы хеҙмәттәшлек ҡыҙыҡһындыра.

– Башҡортостан – тоҡомсололоҡ эше буйынса бик ҡеүәтле төбәк. Был беҙҙең өсөн бик мөһим йүнәлеш. Шуға күрә һеҙҙең Ауыл хужалығы министры менән һөйләштек һәм сусҡасылыҡ, ит, һөт малсылығы өлкәһендә өҫтөнлөктәрҙе билдәләнек, – тине Иван Крупко. – Шулай уҡ бойҙай, рапс һәм башҡа белорус, башҡорт селекциялары культураларын сорттарға бүлеү йүнәлешен дә ҡыҙыҡ тип күрәбеҙ. Был тармаҡта ике яҡлы алмашыныу үткәрергә килештек. Дөйөм алғанда, Рәсәй менән Беларусь бер-береһен тулыландыра, беҙ үҙебеҙҙә булмағанды Рәсәй төбәктәренән һатып алабыҙ һәм киреһенсә.

Министр шулай уҡ ғилми-белем биреү хеҙмәттәшлеге, ауыл хужалығы тармағы өсөн кадрҙар әҙерләүҙә тәжрибә уртаҡлашыуҙың мөһимлеген билдәләне.

Радий Хәбиров белорус агросәнәғәтенең уңыштарын юғары баһаланы. Айырыуса игенде тәрән эшкәртеү өлкәһендә алға китеүҙе билдәләне.

– Был беҙҙең өсөн мөһим йүнәлеш. Башҡортостанда ла ошо тема менән әүҙем шөғөлләнә башланыҡ. Эшләйәсәкбеҙ һәм һеҙҙең тәжрибәне лә өйрәнәсәкбеҙ, – тине Радий Фәрит улы.

Ауыл хужалығы предприятиеһында булғандан һуң Башҡортостан Башлығы республика делегацияһының Беларусҡа сәфәренә яҡынса йомғаҡтар яһаны.

– Ил етәкселеге, ҙур предприятиелар вәкилдәре менән осрашҡан саҡта беҙ нигеҙ булырлыҡ әйберҙәр тураһында һөйләштек. Хәҙер ныҡлап фекерләү, юл карталары төҙөү, килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу осоро башлана. Беларустың Премьер-министры урынбаҫары етәкселек иткән рәсми делегацияһы беҙгә Халыҡ-ара бизнес аҙналығына киләсәк, ул 15-17 декабрҙә Өфөлә үтәсәк. Артабан ни эшләргә икәнен унда тикшерәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Беҙҙең белорус партнерҙары менән бер нәмәлә килешәбеҙ – заман иҡтисады шарттарында бергә булғанда ғына артабан үҫергә була. Шуға күрә һәр ваҡыт кооперация тәҡдим итәбеҙ. Төп бурыс – техника һатып алыу ғына түгел, ә уртаҡ етештереүҙәр, сервис майҙансыҡтары булдырыу. Етештереүҙәрҙе беҙҙә урынлаштырыу, республикала ҡеүәтле халыҡ-ара сәнәғәт үҙәктәрен булдырыу – Башҡортостандың Европа менән Азия сигендә уңайлы урынлашыуын иҫәптә тотоп бик оптималь ҡарар. Шуға күрә беҙ белорустар менән республикала гусеницалы тракторҙар йыя башларға планлаштырҙыҡ, башҡа проекттар ҙа ҡарала. Иң мөһиме - урында ултырмайбыҙ, һәр ваҡыт Рәсәйҙә һәм уның ситтәрендә яңы партнерҙар, ике яҡ өсөн дә файҙалы хеҙмәттәшлек юлдары эҙләйбеҙ.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас