Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
8 Декабрь 2021, 19:45

Беҙгә тығыҙыраҡ хеҙмәттәшлек итеү кәрәк

“АМКОДОР” холдингы республикаға нимәләр тәҡдим итә ала?

Беҙгә тығыҙыраҡ хеҙмәттәшлек итеү кәрәк
Беҙгә тығыҙыраҡ хеҙмәттәшлек итеү кәрәк

Бөгөн, 8 декабрҙә, Минск ҡалаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Беларустың “АМКОДОР” холдингы эше менән танышты, уның республика менән хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәрен өйрәнде.

“АМКОДОР” йәмғиәтенең 94 йыллыҡ тарихы бар. Был ваҡыт эсендә уйынсыҡтар етештергән бәләкәй фабрика ҙур машиналар эшләү берекмәһенә тиклем үҫкән. Холдингка 28 ойошма инә, шул иҫәптән өс заводтан торған идара итеүсе компания һәм Мәскәүҙәге вәкиллек.

Холдингтың директорҙар советы рәйесе Александр Шакутин һөйләүенсә, предприятие махсус һәм ҡатмарлы техниканың 125-тән ашыу моделе һәм модификацияһын сығара, ул донъяның күп илдәрендә ҙур ихтыяж менән файҙалана. Был ауыл хужалығы машиналары, ҡорамалдар етештереү буйынса алдынғы предприятие булып тора. Ҡорамалдар араһында тупраҡты эшкәртеү, ашлама, орлоҡ индереү, уңыш йыйғандан һуңғы эшкәртеү, иген һаҡлау, мал аҙығы әҙерләү, малдарҙы тотоу, хеҙмәтләндереү, мелиоратив һәм төҙөлөш эштәре, коммуналь һәм урман хужалығы, логистик һәм энергетика комплекстарына тәғәйенләнгәндәре бар.

“АМКОДОР”ҙың генераль директоры Александр Ефимов белдереүенсә, холдинг 18 заводты берләштерә, шул иҫәптән БДБ илдәрендә лә. Компанияла бөтәһе алты меңдән ашыу кеше эшләй.

"Беҙҙең техника комплекттарының 70 проценты самаһын үҙебеҙ етештерәбеҙ. Был ташыусыларға ҡарап тормау мөмкинлеге бирә, беҙҙең машиналарҙың сифатына, үҙҡммәтен төшөрөүгә ыңғай йоғонто яһай, – тине Александр Ефимов. – Техникабыҙ ышаныслы. Уларҙы һатҡан саҡта һатып алыусыға уңайлы финанс инструменттарын файҙаланабыҙ. Белгестәрҙе уҡытып алыу системаһы ла бар".

Радий Хәбиров фекеренсә, республика холдинг менән күп йүнәлеш буйынса хеҙмәттәшлек итә алыр ине. Мәҫәлән, төбәктең урман эшкәртеүселәре үҙҙәренең ихтыяжы буйынса бында етештерелгән алты комплексты алған да. Өфөлә был техниканы хеҙмәтләндереү өсөн сервис һәм келәттәр бар.

– Беҙгә һеҙҙең менән эшләү һәйбәт булыр ине. Был коммуналь техникаға ла, ауыл хужалығы техникаһына ла ҡағыла, – тине Радий Фәрит улы.

Республика етәксеһе холдингка тәрәнерәк интеграция һәм Башҡортотан предприятиелары менән кооперация тәҡдим итте.

– Яңы техника һатып алыу ғына аҙ. Аҙаҡ уны хеҙмәтләндерергә, ремонтларға кәрәк. Шуға күрә был йәһәттән беҙҙең компаниялар менән файҙалы кооперация булдырырға мөмкин. Бының өсөн республикабыҙҙа кәрәкле ғилми компетенциялар, хеҙмәт ресурстары бар. Унан тыш, Башҡортостан логистика яғынан да бик уңайлы урынлашҡан – Европа менән Азия сигендә, – тине Радий Хәбиров.

Уның белдереүенсә, бер ай эсендә республикаға кәрәкле техника буйынса тәҡдимдәр пакеты әҙерләнәсәк. Шулай уҡ Радий Фәрит улы холдинг етәкселәрен Башҡортостанға саҡырҙы, хеҙмәттәшлек тураһында анығыраҡ һөйләшергә тәҡдим итте.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: