

Башҡортостанда “Беларусь 2103” гусеницалы тракторын йыя башлаясаҡтар. Минск трактор заводы уларҙы “Башсельхозтехника” предприятиеһы нигеҙендә йыйырға планлаштыра. Был туралағы килешеүгә кисә Минск ҡалаһында республиканың Ауыл хужалығы министрлығы һәм завод ҡул ҡуйҙы. Республикабыҙ делегацияһы был илгә эш сәфәре менән килгәйне.
Документҡа ярашлы, 2022 йылдан алып Минск трактор заводы йылына 100 берәмеккә тиклем “Беларус 2103” гусеницалы тракторының машина комплекттары менән тәьмин итәсәк. Башҡортостан предприятиеһында йыйылған техника республика һәм Рәсәй аграрийҙарына һатыласаҡ.
Килешеүгә вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов менән Минск трактор заводының коммерция эше буйынса маркетинг-директоры урынбаҫары Михаил Вардугин ҡул ҡуйҙы.
– Минск трактор заводы тракторҙары Башҡортостандың ауыл хужалығында популяр. Республикала быға тиклем “Беларусь 82” тәгәрмәсле тракторын йыйыу ойошторолғайны. Хәҙер беҙҙең предприятиела аграрийҙар ихтыяж кисергән гусеницалы трактор ҙа йыйыла башлаясаҡ, – тине Илшат Фәзразманов.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.