Иҡтисад
8 Декабрь 2021, 11:45

Хеҙмәттәшлек дауам итәсәк

Ике республика ла файҙалы хеҙмәттәшлекте үҫтереү һәм нығытыу яҡлы. 

Хеҙмәттәшлек дауам итәсәкХеҙмәттәшлек дауам итәсәк
Хеҙмәттәшлек дауам итәсәк

7 декабрҙә Минскиҙа Башҡортостан менән Беларусь республикалары араһындағы хеҙмәттәшлек буйынса эш төркөмөнөң киңәйтелгән ултырышы булды. Унда ике республиканың да башҡарма власть органдары һәм бизнес вәкилдәре ҡатнашты. Улар 2022-2024 йылдарҙа хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙең саралар планын тикшерҙе, шулай уҡ үткән йылға йомғаҡ яһаны.

– Бөгөн беҙ ике яҡ өсөн дә файҙалы хеҙмәттәшлектең киләсәген тикшерергә йыйылдыҡ. Беҙҙең предприятиелар артабан бергә эшләргә әҙер. Башҡортостан беҙгә килтергән һәр нәмәне ихлас ҡабул итәбеҙ. Шулай уҡ һеҙҙең баҙарҙы үҙегеҙҙә булмаған тауар менән тултырабыҙ, – тине “Белнефтехим” концерны рәйесе, Эш төркөмөнөң Беларусь яғы рәйесе Андрей Рыбаков.

Эш төркөмөнөң былтырғы йылдағы эшмәкәрлеге йомғаҡтары тураһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов һөйләне. Уның белдереүенсә, Беларусь предприятиеларының Башҡортостанда ауыл хужалығы тармағындағы инвестиция проекттарында ҡатнашыуы сиктәрендә беҙҙә каркас-тент малсылыҡ биналары өсөн металл конструкциялар етештереүҙе үҙләштерҙеләр. Шулай уҡ уларҙың технологиялары һәм ҡорамалдарын файҙаланып, Мәләүез районының Ашҡаҙар ауыл хужалығы предприятиеһында быҙауҙар өсөн һәм Ҡырмыҫҡалы районынынң “Артемида” тоҡомсолоҡ хужалығында каркас-тент биналар төҙөлдө. Әле төбәк һөт малсылығы проекттарын бергә тормошҡа ашырыу өсөн яңы ауыл хужалығы предприятиеларын билдәләй.

– Беҙ юл-техника һәм коммуналь техниканы яңыртырға теләйбеҙ. Өфөнө төҙөкләндереү өсөн муниципаль учреждениеларға Беларустә етештерелгән 18 берәмек махсус техника алдыҡ, улар араһында “Беларусь” тракторҙары һәм “Амкодор” тейәгестәре бар. Шулай уҡ беҙҙең өсөн мөһим йүнәлеш булып урман сәнәғәте комплексы тора, бының өсөн “Амкодор” компанияһынан урман әҙерләү машинаһы һатып алырға кәрәк, – тине Рөстәм Моратов.

Кәңәшмә барышында ике яҡ өсөн дә файҙалы хеҙмәттәшлекте үҫтереү өсөн ҙур ҡеүәт булыуын билдәләнеләр. Яҡтар тауар әйләнешен арттырыу, предприятиелар араһында сәнәғәт кооперацияһын үҫтереү, ауыл хужалығы тармағындағы хеҙмәттәшлекте нығытыу, бергә күргәҙмә-йәрминкә сараларында ҡатнашыу һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлек йүнәлешендә мөһим эштәрҙе билдәләне.

Эш төркөмө ултырышының йомғаҡтары алдағы осорға төҙөләсәк яңы “юл картаһы” нигеҙенә ятасаҡ.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53977

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас