Иҡтисад
8 Декабрь 2021, 10:20

Килешеүҙәр файҙаға булһын

Республиканың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев Беларусь Республикаһының сәнәғәт министры Петр Пархомчик менән осрашты.

Килешеүҙәр файҙаға булһынКилешеүҙәр файҙаға булһын
Килешеүҙәр файҙаға булһын

Әлеге ваҡытта Беларусь Республикаһында Башҡортостандан ҙур делегация эшләй. Уның сиктәрендә республиканың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев Беларустең сәнәғәт министры Петр Пархомчик менән осрашты.

– Башҡортостан - ышаныслы партнер. Беҙҙә иҡтисади хеҙмәттәшлек өсөн уңайлы иҡтисади һәм сәйәси шарттар булдырылған. Республика предприятиелары уңышлы үҫешә һәм Беларусь менән ике яҡ өсөн файҙалы хеҙмәттәшлеккә әҙер, – тине Александр Шельдяев.

Осрашыуҙа “Витебск” ирекле иҡтисади зона биләмәһендә ЕСМ-Станкомонтаж компаниялары төркөмөнөң ярҙамсы предприятиеһын булдырыу мәсьәләһе ҡаралды. Башҡортостан предприятиеһы проектҡа биш йылда бер миллион евро аҡса һалырға һәм 30-ҙан ашыу эш урыны булдырырға планлаштыра.

Был предприятие Беларустең станоктар эшләү предприятиелары өсөн комплекслы хәүефһеҙлек һәм ЧПУ менән станоктарҙы автоматлаштырыу системалары һәм башҡа әйберҙәр етештерәсәк.

Шулай уҡ “Искож” предприятиеһын үҫтереү мөмкинлеге лә ҡаралды. Быны СЗАО “БЕЛДЖИ” һәм илдең башҡа автомобиль етештереүселәренең автокомпоненттары өсөн туҡыма етештереп эшләргә була. Башҡортостандың “Капман” предприятиеһы белорустарҙың “КамВоль” предприятиеһы өсөн махсус кейем тегеү өсөн махсус туҡыма һатып алырға планлаштыра.

Александр Шельдяев шулай уҡ Беларустең сәнәғәт предприятиеларында булды, унда ла бизнес вәкилдәре менән ике яҡ өсөн файҙалы хеҙмәттәшлек тураһында килештеләр.

Минск трактор заводында етештереү циклында Урал пружина заводы һәм “Станкомонтаж” тауарын файҙаланыу мөмкинлеге тикшерелде.

“КБ Пилотһыҙ Вертолеттар” предприятиеһы етәкселеге менән осрашып, Башҡортостанда осоу аппараттары етештереү һәм йыйыуҙы ойоштороу өсөн комплектлаусы әйберҙәр ҡайтарыу мәсьәләһе ҡаралды.

Йәнә бер нисә алдынғы предприятиела булып, мөһим эшмәкәрлек тураһында һөйләшеүҙәр алып барылды.

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53971

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас