Иҡтисад
8 Декабрь 2021, 09:30

Транспорт һәм юл төҙөлөшө - өҫтөнлөклө тармаҡтар

Был холдинг менән күп йүнәлештәр буйынса хеҙмәттәшлек итергә була, шул иҫәптән әле һаман Өфөлә файҙаланылған иҫке трамвайҙарҙы яңыртыу һәм кузовтарын алмаштырыу буйынса ла.

Транспорт һәм юл төҙөлөшө - өҫтөнлөклө тармаҡтарТранспорт һәм юл төҙөлөшө - өҫтөнлөклө тармаҡтар
Транспорт һәм юл төҙөлөшө - өҫтөнлөклө тармаҡтар

Әлеге ваҡытта Беларусь Республикаһында Башҡортостандан ҙур делегация эшләй. Уның сиктәрендә республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев “Штадлер Минск” заводында булды, ул “Штадлер Рейл Групп” Швейцария компанияһы составына инә. Был завод БДБ, Европа һәм Латин Америкаһы илдәре өсөн тимер юлы тауарҙары етештерә. Тимер юлы вагондары ғына түгел, ә трамвайҙар ҙа.

Александр Булушев завод етәкселәре менән “Штадлер Минск” концерны һәм уның партнерҙарының Өфөнөң инфраструктура проекттарында ҡатнашыу мөмкинлеген тикшерҙе.

Артабан транспорт һәм юл хужалығы министры Беларусь Республикаһының “БКМ Холдинг” ҡала электр транспорты етештереү буйынса алдынғы сәнәғәт предприятиеһында булды. Был холдинг менән күп йүнәлештәр буйынса хеҙмәттәшлек итергә була, шул иҫәптән әле һаман Өфөлә файҙаланылған иҫке трамвайҙарҙы яңыртыу һәм кузовтарын алмаштырыу буйынса ла.

Һуңғараҡ Беларустең сәнәғәт министры Петр Пархомчик Александр Булушев, сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев менән осрашты. Һөйләшеү барышында юл төҙөлөшө тармағы тураһында ла фекер алыштылар.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53961

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас