

Беларусь Республикаһына ойошторолған рәсми эш сәфәре сиктәрендә Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев Беларусь Ҡулланыусылар йәмғиәте союзы етәкселеге менән осрашты.
– Һеҙҙең үҫеш буйынса пландарығыҙ күп йәһәттән беҙҙекенә оҡшаған – бер йүнәлештә хәрәкәт итәбеҙ. Был күмәртәләп һатыуҙы үҫтереү, әҙерлек эшмәкәрлеген киңәйтеү, шул иҫәптән ҡырағай үҫемлектәрҙе, артыҡ аҙыҡ-түлекте халыҡтан һатып алыу, икенсел сеймалды тәрән эшкәртеү, йәмәғәт туҡланыуы һәм башҡа йүнәлештәргә ҡағыла, – тине Алексей Гусев.
Осршыуҙың төп маҡсаты – тәжрибә уртаҡлашыу һәм ике яҡлы сауҙа әйләнешен көйләү.
– Ҡулланыусылар кооперацияһын төбәк-ара ғына түгел, ә дәүләт-ара кимәлдә лә үҫтереүҙә хеҙмәттәшлек итергә һөйләштек, – тип өҫтәне ул.
Делегацияның программаһына илдең Ҡулланыусылар йәмғиәте союзының төп предприятиеһы “Белкооопвнешторг Белкоопсоюз”ға барыу ингән. Компанияның эшмәкәрлеге белорус һәм сит ил етештереүселәренең тауарҙарын экспорт һәм импортлауға, күмәртәләп һәм берәмләп һатыу, йөк ташыу, йәмәғәт туҡланыуын үҫтереүгә, шулай уҡ тәбиғи тире әйберҙәрен етештереү һәм һатыуға йүнәлтелгән.
– Әлеге ваҡытта предприятие туғыҙ мең самаһы сауҙа объектын хеҙмәтләндерә. Бынан тыш, ведомствола 5,5 мең магазин эшләй. Әле улар берләшеү процесы кисерә, айырым әйткәндә – берҙәм брендбук, тауар матрицаһы, идара һәм иҫәп системаһы индерелә. Белкоорсоюздың ресторация системаһында ла ҡыҙыҡлы стилистик ҡарарҙар бар, – тине ведомство етәксеһе.
Артабан делегация Минскиҙың төп аҙыҡ-түлек баҙары “Комаровский”ҙа булды. Ул илдә иң ҙуры һәм майҙаны 13 мең квадрат метр тәшкил итә, асыҡ һәм ябыҡ типта эшләнгән. Уның төп үҙенсәлеге – мультитемпературалы биналарҙың булыуы, унда һатылмай ҡалған тауарҙы һаҡлау мөмкинлеге бар. Социаль яҡтан яҡланмаған граждандар өсөн бушлай һатыу урындары бирелә.
Баҙарҙа тәҡдим ителгән тауарҙың ассортименты бик киң. Башлыса, урындағы фермерҙар етештергән тауарҙар.
– Ошондай форматтағы сауҙаны үҫтереү беҙҙең республика өсөн дә мөһим. Ул - ваҡ тауар етештереүселәр өсөн өҫтәмә сауҙа итеү урыны, ә халыҡҡа ҡиммәт булмаған сифатлы һәм тәбиғи тауар алыу мөмкинлеге, – тине Алексей Гусев.
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53972
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.