

Емеш-еләк баҡсаһы үҫтергәндәргә субсидия буласаҡ. Сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау өсөн республиканың ауыл хужалығы етештереүселәренә 7,5 миллион һум аҡса бүленәсәк.
Быйыл республикала барлығы 93 гектар емеш-еләк, ҡыуаҡлыҡ баҡсаһы эшләнгән.
— Баҡсасылыҡ — бик ҡатмарлы, тәүге осорҙа күп аҡса һалыуҙы талап иткән һәм оҙайлы эш. Был йүнәлеш төбәктең агросәнәғәт комплексы өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Баҡсасылыҡ үҫешен дәүләт хуплай, мәҫәлән, был интенсив баҡсалар булһа, дотация ставкаһы бер гектарға 250 мең һум тәшкил итә, — тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
Быйыл булдырылған баҡса майҙандарының байтаҡ өлөшө "Шишмә емеш-еләк питомнигы" предприятиеһына ҡарай. Быйыл предприятие 7,1 гектар майҙанда емеш, 5,6 гектар майҙанда ҡыуаҡ баҡсалары эшләй. Компания баҡсаларҙы үҙләштереү буйынса күләмле инвестиция проектын тормошҡа ашыра. Проект былтыр ноябрҙә төбәк Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған "Инвестиция сәғәте" форматындағы сираттағы кәңәшмәлә ҡаралды. Дөйөм инвестиция күләме яҡынса ике миллиард һум тәшкил иткән проект дүрт этаптан тора. 2022 йылға тиклем дауам итәсәк беренсеһендә 80 гектарҙан ашыу майҙандағы фермала алма баҡсалары эшләнәсәк. Артабанғы этаптарҙа баҡса майҙандарын 1000 гектарға тиклем киңәйтеү, һаҡлағыс һәм еләк-еләк бүлеү үҙәге төҙөү, транспорт паркын тулыландырыу ҡаралған.
Фото һәм мәғлүмәт Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы сайтынан алынды.