Иҡтисад
9 Декабрь 2021, 18:30

Кил һәм тәмләп ҡара

Үҙенсәлекле фестиваль Өфөлә 8 декабрҙән 11-енә тиклем бара. 

Кил һәм тәмләп ҡараКил һәм тәмләп ҡара
Кил һәм тәмләп ҡара

Шифалы ҡымыҙ, әскелтем, файҙалы ҡорот, телеңде йоторлоҡ бәлеш-йыуасалар... Ошо һәм башҡа милли аҙыҡ-түлек төрҙәрен 8 - 11 декабрҙә Өфөлә барған гастрономия фестивалендә алырға мөмкин.

“Гастрономия туризмы – яңы мөмкинлектәр” II форум-фестиваленә илебеҙҙең төрлө мөйөштәренән шеф-ашнаҡсылар килгән. Улар бай тәжрибәһе менән уртаҡлаша, ҡиммәтле кәңәштәрен бирә, үҙҙәре лә тәжрибә туплай, өйрәнә.

Башҡа төбәктәрҙән килгәндәрҙең күбеһе бауырһаҡты, ҡыҫтыбыйҙы белһә, тәмләп ҡараһа, тултырылған тауыҡты беренсе тапҡыр ауыҙ иткәндәр. Өҫтәүенә был аҙыҡ-түлектең барыһы ла бик үҙенсәлекле тәҡдим ителә, яңы төҫмөрләнеш ала. Оҫталыҡ кластары, төрлө программалар, конференциялар һәм, әлбиттә, шеф-ашнаҡсыларҙың әҙерләгәнен тәмләп ҡарау – быларҙың барыһы ла Рәсәйҙә гастрономия туризмын үҫтереү өсөн атҡарыла.

"Биш-һигеҙ йыл эсендә Рәсәйҙә гастрономия төбәктәренең барлыҡҡа килеүенә иҫәп тотабыҙ. Әлегә баҙар үҫә, тик етерле кимәлдә түгел. Был юҫыҡта федераль ресурстар һәм төбәктәр консолидацияһы лидерҙар барлыҡҡа килтереүгә булышлыҡ итәсәк", - тигән фекерҙә Туризм буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе кәңәшсеһе Юлия Рыбакова.

Тағы шуныһы: сувенир күптәрҙе йәлеп итә һәм уны ашап ҡарау мөмкинлеге хайран ҡалдыра! Баҡтиһәң, гастрономия сувениры тигән төшөнсә лә була икән! Өҫтәүенә оҙайлы ваҡыт һаҡларға мөмкин, дизайны ла бик матур. Был йәһәттән хуш еҫле бал, составында алма, бүтән емеш-еләк булған пастила һәм башҡалар шәп. Шулай итеп, аҙыҡ та тәмле, туҡлыҡлы, файҙалы, үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ ҡына түгел, конкурентлыҡҡа һәләтле, тотош донъя баҙарына сығарырлыҡ булырға тейеш, тигән фекерҙә рестораторҙар.

Өфөлә барған сарала аҙыҡ-түлекте тәмләп ҡарау ғына түгел, уның тарихы хаҡында ла белешмә тупларға мөмкин. Тап уларҙа – сал үткәнебеҙ, илебеҙҙең һәр төбәгенә хас үҙенсәлектәр. Мәҫәлән, Өфөләге “Хыял” кафеһы шеф-ашнаҡсыһы Салауат Дибаев ҡатыҡтан мусс эшләгән: файҙалы аҙыҡҡа урындағы емеш-еләкте һәм ҡыҙыл эремсекте ҡушҡан. Шулай итеп, бына тигән телеңде йоторлоҡ тәмлекәс килеп сыҡҡан.

10 декабрҙә урам аҙыҡ-түлектәре фестивале башлана. Ул баш ҡалалағы “Ҡунаҡһарай” майҙанында уҙғарыла. Өфөләргә башҡа төбәктәр аҙыҡ-түлеген тәмләү мөмкинлеге буласаҡ. Әйткәндәй, фестивалдә ауыҙ ителгән блюдолар, ғәҙәттә, ресторандар менюһына индерелә. Әйткәндәй, барлыҡ сараларҙа ла коронавирус инфекцияһына ҡаршы саралар үтәлә.

Фото: utv.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас