Иҡтисад
9 Декабрь 2021, 17:30

Әлегә илдә бындай мәктәп юҡ

Ул ниндәй маҡсаттарҙы күҙ уңында тота?

Әлегә илдә бындай мәктәп юҡӘлегә илдә бындай мәктәп юҡ
Әлегә илдә бындай мәктәп юҡ

9 декабрҙә “Росреестр мәктәбе”н (уҡыу лабораторияһы) тантаналы астылар. Ул Башҡортостан дәүләт аграр университеты базаһында эшләй. Тыңлаусыларҙы Росреестрҙың төбәк идаралығы, Кадастр палатаһы филиалы вәкилдәре, университеттың тәбиғәттән файҙаланыу һәм төҙөлөш факультеты кафедралары уҡытыусылары уҡытасаҡ, тип хәбәр итә Росреестрҙың Башҡортостан буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәте.

Сара ваҡытында Башҡортостан дәүләт аграр университеты ректоры Илдар Ғәбитов һәм Росреестрҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Петр Клец партнерлыҡ тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Был документҡа ярашлы, яҡтар республика аграр сәнәғәт комплексы өсөн кадрҙар әҙерләү сифатын күтәреү буйынса бергәләп эшләүҙе ойошторасаҡ.

“Росреестр мәктәбе”ндә төрлө категория граждандар, нигеҙҙә, хеҙмәте күсемһеҙ милек менән бәйле һәм Росреестр, Кадастр палатаһы менән даими эшләгән инженер-техник хеҙмәткәрҙәр – кадастр инженерҙары, министрлыҡтар, ведомстволар белгестәре, коммерция ойошмалары вәкилдәре, йәш белгестәр уҡытыласаҡ. Уҡыу дөйөм оҙонлоғо бер аҙна булған теория һәм практика өлөштәренән тора. Уны тамамлағандар дәүләт өлгөһөндәге дипломға эйә буласаҡ”, - тине Илдар Ғәбитов.

Петр Клец һүҙҙәренә ҡарағанда, бындай проект Рәсәй Федерацияһында беренсе тапҡыр тормошҡа ашырыла. Ул Башҡортостанда Росреестр дәүләт хеҙмәттәренән файҙалана алыу, электрон төрҙәге хеҙмәттәрҙе популярлаштырыу өсөн атҡарыла.

“Тыңлаусыларға күсемһеҙ милекте кадастр иҫәбенә ҡуйыу һәм хоҡуҡты теркәү, ер төҙөлөшө, ер күҙәтеүе, геодезия, картография өлкәһендәге көнүҙәк темаларҙы аңлатыу, закондарҙағы үҙгәрештәрҙе өйрәтеү, Росреестрҙың электрон төрҙәге процедуралары практикаһы рәүешендә аңлатыуҙы планлаштырабыҙ. “Росреестр мәктәбе” эксперттары һанлы технологияларҙы файҙаланыу иҡтисади һөҙөмтә килтергән эшҡыуарлыҡ һәм төбәктә иҫәп һәм теркәү буйынса уңайлы инвестиция климаты өсөн шарттар булдырыуға акцент яһай. Башҡортостан дәүләт аграр университетына хеҙмәттәшлек һәм юғары университет кимәлендә уҡыу процесын яйға һалыу өсөн рәхмәт белдерәбеҙ”, - тине Петр Клец.

Тантаналы сарала ер һәм милек мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская, Росреестрҙың Федераль кадастр палатаһының Башҡортостан буйынса филиалы директоры Рөстәм Ғайсин һәм башҡалар ҡатнашты.

Фото: Азат Мөхәмәтйәнов.

Әлегә илдә бындай мәктәп юҡ
Әлегә илдә бындай мәктәп юҡ
Әлегә илдә бындай мәктәп юҡ
Әлегә илдә бындай мәктәп юҡ
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас