

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында белдерҙе.
“Бөгөн халыҡ-ара “Рәсәйҙә эшләнгән-2021” экспорт форумында ҡатнашабыҙ. 2021 йылдың туғыҙ айында Башҡортостан экспорты 3,63 миллиард доллар тәшкил итте. Был, былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда, 906 миллион долларға күберәк. Сауҙа партнерҙарыбыҙ – донъялағы 100-ҙән күберәк ил. Тауарҙы йышыраҡ Ҡытайға, Нидерландтарға, Германияға, Төркиәгә, Белорусияға һәм Бөйөк Британияға ташыйбыҙ. Быйыл яңы партнерҙар барлыҡҡа килде – Сальвадор, Сенегал, Албания, Яңы Зеландия, Парагвай, Ангола, Гана.
Йола буйынса, экспорт нигеҙендә нефть, газ һәм нефть эшкәртеү продукттары тип күҙ алдына килтерәләр, әммә хәҙер улай түгел. Баҫымды күберәк сеймал булмаған, энергетикаға ҡарамаған сегментҡа яһайбыҙ. Быйыл республика был өлөштө 40 процентҡа арттырҙы. Сеймалға ҡарамаған продукт – механик ҡорамалдар һәм техника, компьютерҙар, синтетик каучук, ағас-юнысҡы плитәләре, көнбағыш майы, монокарбон һелтәләре. Был йылдан беренсе тапҡыр дөгөнө, еңел сәнәғәт әйберҙәрен, индукция һәм диэлектрик мейестәрҙе экспортҡа сығара башланыҡ.
Республикалағы 170 мең предприятиеның экспорт ҡеүәтен баһаланыҡ. Хәҙер белгестәребеҙ улар менән эш алып бара. Ике-өс йылдан һәр 10-сы компания үҙ продукцияһын экспортҡа әүҙем сығарыр тип өмөт итәбеҙ.
Экспортҡа сығарыусыларға финанс йәһәттән дә ярҙам итәбеҙ. Өсөнсө йыл уларға логистик йәһәттән сығымдар өсөн субсидиялар бирәбеҙ. Тап бәләкәй һәм урта предприятиеларға ярҙам итергә булдыҡ. Был йылда түләүҙәрҙең дөйөм күләмен дүрт тапҡырға арттырҙыҡ – 2020 йылда 165 миллион һумға тиклем.
Былтыр бәләкәй предприятиеларға ярҙам итеүҙең яңы сараһын тәҡдим иттек - халыҡ-ара сертификатлауға сығымдарға субсидиялар бирҙек. “Экспорт кешбэгы” грантын файҙаланыуға индерҙек – үткән йыл өсөн экспорт ташыуҙары суммаһының ун процентын кире ҡайтарҙыҡ.
Республикабыҙҙың экспорт ҡеүәте ҙур, шуға башҡа илдәр менән хеҙмәттәшлекте нығытыуҙы, экспортҡа сығарыусыларға финанс йәһәтенән һәм финанс булмаған ярҙам күрһәтеүҙе дауам итәбеҙ.
Булышлыҡ саралары хаҡында түбәндәге сайтта тулыраҡ белергә мөмкин: http://madein.bashkortostan.ru”, - тип яҙҙы республика Башлығы.
Фото: glavarb.ru