

Өфөлә гастрономия фестивале барышында “Туристик инфраструктурала Рәсәй төбәк кухняһы” проект-уҡыу лабораторияһы булды. Уны “Рәсәйҙең гастрономия картаһы” проекты авторы, методисы Екатерина Шаповалова алып барҙы.
Биш сәғәтлек кулинария марафонында шеф-ашнаҡсылар 100-ҙән ашыу төбәктең, шул иҫәптән Рәсәйҙең аҙыҡ-түлек төрҙәрен күрһәтте. Лабораториялар модулдәре блюдоларҙы проектлау, презентациялау буйынса оҫталыҡ кластарынан тора ине.
"Рәсәйҙә 130 мең туҡланыу предприятиеһы бар, уларҙан бер проценттан аҙырағы Рәсәй төбәк кухняһына махсуслашҡан, - тине Екатерина Шаповалова. - Был эште киңәйтеү өсөн тотош индустрия барлыҡҡа килтерергә кәрәк. Илебеҙҙә төбәк кухнялары өсөн уникаль аҙыҡ-түлек бар, улар отелдәр, ресторандар, кейтерингтар өлкәһенә үтеп инергә тейеш".
Был лабораторияла Михаил Дусин, Дамир Шәйәхмәтов, Марат Нәсхетдинов кеүек күренекле шеф-ашнаҡсылар һәм аҙыҡ-түлектәрен етештереүселәр ҡатнашты. Фестиваль барышындағы барлыҡ сараларҙа ла коронавирус инфекцияһына ҡаршы күрһәтмәләр күҙәтелә.
Фото: Туризм буйынса дәүләт комитеты.