

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында яҙҙы.
“Һәр ваҡыт аш-һыу әҙерләү процесын бик шәп ял итеү һәм дуҫтарыңды, яҡындарыңды тәмле блюдолар менән һыйлау мөмкинлеге тип иҫәпләнем. Ә бында беҙгә, гастрономия фестиваленә, юғары класлы оҫталар килде – Өфөнән, Мейәстән, Мәскәүҙән, Калининградтан һәм Владивостоктан.
Бөгөн эксперттар Ҙур Уралдың иң яҡшы урам блюдоһын һайлаясаҡ. Әлбиттә, бер нәмә лә әҙерләп булмай, әммә ҡарарға мөмкин.
Башҡортостандан, Пермь крайынан, Свердловск һәм Силәбе өлкәләренән “Russian Street Food Awards”тың һайлау турында ярышалар – урам гастрономия проекттарының төп Рәсәй премияһына.
Украин варениктары, белорус драниктары, лак чудуһы, Алыҫ Көнсығыш пян-сеһы, Нарьян-Марҙың болан ите – фестивалебеҙҙә локаль кухняның йолаға әйләнгән һәм яңы блюдолары тәҡдим ителгән.
Барыһын да сәләмләйем һәм уңыштар теләйем”, - тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Фотолар: Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһе.