Иҡтисад
13 Декабрь 2021, 10:45

"Беларусҡа сәфәр уңышлы булды"

Радий Хәбиров белдереүенсә, бөгөн Башҡортостандың халыҡ-ара кимәлдәге төп партнерҙары  – Ҡаҙағстан, Беларусь, Австрия һәм Төркиә.

"Беларусҡа сәфәр уңышлы булды""Беларусҡа сәфәр уңышлы булды"
"Беларусҡа сәфәр уңышлы булды"

Үткән аҙнала Башҡортостандан ҙур делегация эш сәфәре менән Беларусь Республикаһында булды. Уға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселек итте. Бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә был сәфәргә яҡынса йомғаҡ яһалды.

Радий Хәбиров белдереүенсә, бөгөн Башҡортостандың халыҡ-ара кимәлдәге төп партнерҙары булып – Ҡаҙағстан, Беларусь, Австрия һәм Төркиә тора.

– Тауар әйләнеше буйынса Беларусь беҙҙең дүртенсе партнер. Артабан Үзбәкстан менән дә бәйләнештәрҙе үҫтерергә кәрәк, – тине ул.

Төбәк етәксеһе Беларустағы сәфәрҙе уңышлы тип атаны. Бында ул ил Президенты Александр Лукашенко, Премьер-министр, эшлекле даирәләр менән осрашты, республиканың алдынғы предприятиеларында булды. Шунда уҡ Башҡортостандың инвестиция һәм иҡтисади мөмкинлектәре исем туйы үткәрҙе.

Кәңәшмәлә тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева һөҙөмтәләр тураһында һөйләне. Уның белдереүенсә, был һуңғы йылдарҙағы иң ҙур бизнес-миссия булған. Сәфәрҙең маҡсаты ҙур – ҡасандыр йылына 700 миллион долларлыҡ сауҙа әйләнеше кимәлен тергеҙеү.

Министр белдереүенсә, делегация сәфәре барышында 18 килешеү төҙөлгән һәм Башҡортостандың Минскта Конгресс-бюроһы вәкиллеге асылған. Ауыл хужалығы, айырыуса ауыл хужалығы техникаһы өлкәһендәге хеҙмәттәшлек мәсьәләһе ныҡлы күтәрелгән. Шулай уҡ Өфө менән Минск араһында тура авиабәйләнеш асыу тураһында һүҙ булған.

Маргарита Болычева айырым килешеүҙәр һәм проекттар тураһында ентекләберәк һөйләне. Улар ауыл хужалығы, сәнәғәт, машиналар эшләү, аҙыҡ-түлек һәм башҡа өлкәләргә ҡағыла.

Эшлекле даирәләр шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы презентацияһында әүҙем ҡатнашҡан. В2В форматында 250-нән ашыу осрашыуҙар үткәргән, хеҙмәттәшлек тураһында йөҙҙән күберәк килешеүҙәр төҙөлгән. Бизнес-миссия йомғаҡтары буйынса дөйөм суммаһы 110 миллион һумлыҡ ун килешеү төҙөлгән.


Беларусь Республикаһы делегацияһы яуап сәфәре менән Өфөгә был аҙнала килә һәм Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығында ҡатнашасаҡ.

Радий Хәбиров беренсе вице-премьер Рөстәм Моратовҡа Беларусь һәм Ҡаҙағстан республикаларына барған саҡта килешелгән эштәрҙе контролдә тоторға һәм аҙағына еткерергә ҡушты.

– Эштең нисек барғанын бер йылдан мотлаҡ һораясаҡмын. Сәфәргә килгәндә, ул файҙалы булды. Беларусь Республикаһы бик ныҡлы, унда етештереү һаҡланған, сәнәғәт яңыртыла. Эште дауам итәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас